Төркмәнстан президенты Гурбангулы Бердымухамедовтың үлеме хаҡындағы яңылыҡ матбуғат биттәрендә йәшен тиҙлегендә таралғайны. Әммә тиҙҙән был хәбәрҙең ялған булыуын хәбәр иттеләр. Бөгөн илдә етәксенең үлеме һәм насар һаулығы хаҡында ғәйбәт таратҡан кешеләрҙе эҙләйҙәр. Төбәктә тәртип һаҡсылары көсәйтелгән режимда эшләй.