Ошо көндәрҙә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Силәбе өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Текслер менән осрашты.
Яҡтар социаль-иҡтисади һәм милли-мәҙәни өлкәләрҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, сәнәғәт һәм туризм өлкәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашарыу мөмкинлеген тикшерҙе.
– Силәбе өлкәһе – ул беҙҙең күршебеҙ, туғаныбыҙ. Төбәк ярайһы уҡ уңышлы үҫешә. Унда 150 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Уларҙың хәле, милли мәҙәниәттең үҫеше, туған телде өйрәнеү мөмкинлеге беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ был йүнәлештәрҙе тикшерҙек, тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Үҙебеҙҙең яҡтан матди һәм методик булышлыҡты ла көсәйтәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
– Башҡортостан хаҡында һүҙ сыҡһа, һәр ваҡыт айырым тойғолар кисерәм. Рәсәй иҡтисад министрының беренсе урынбаҫары, “Башнефть”тең Директорҙар советы рәйесе булараҡ, бында йыш килә торғайным, шуға күрә республика тураһында яҡшы хәбәрҙармын, – тине Алексей Текслер. – Биләмәләребеҙҙе етди иҡтисади, мәҙәни мөнәсәбәттәр бәйләй, әммә ынтылаһы үрҙәр ҙә юҡ түгел, пландар ҙур. Төбәктәрҙе үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең өлкә күп милләтле. Башҡорттар, әлбиттә, халыҡтар араһында, мәҙәниәттә төп урынды биләй. Беҙ уларға артабан да һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.
Төбәктәр етәкселәре хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә үҙ-ара бәйләнеште киңәйтергә, тауар әйләнешен, сәнәғәт һәм туризм ҡеүәтен арттырырға теләк белдерҙе.
Радий Хәбиров менән Алексей Текслер Салауат Юлаев һәйкәле янында булды, республика халҡы менән аралашты. Улар араһында күптән түгел Силәбенән Өфөгә күсеп килгән йәш ғаилә лә бар ине. Икенсе ҡалаға күсеүгә ҡарамаҫтан, йәштәр күрше төбәктәге хәлде күҙәтеп барыуҙары тураһында һөйләне, Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарға ярҙам иткәне өсөн Алексей Текслерға рәхмәт әйтте.