Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Бөрө ҡалаһында булғанда территориаль һайлау комиссияһының, урында һайлау хоҡуғы алыу өсөн һайлаусыны исемлеккә индереү тураһындағы ғариза ҡабул итеү пунктының эше менән танышты.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Василий Петров менән осрашыу барышында урындарҙа һайлау өсөн шарттар тыуҙырыу хаҡында һүҙ барҙы. Бөрө районы биләмәһендә республика Башлығынан тыш, тағы ла 12 ауыл биләмәһе Советына, Бөрө ҡалаһы Советының 10-сы бер мандатлы һайлау округына депутаттар һайлаясаҡтар.
Фото: Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан.