Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко менән комиссия секретары Марина Долматова Балтас, Борай, Мишкә райондарында булды.
Эш сәфәре барышында улар муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашып, Берҙәм һайлау көнөнә әҙерлек барышындағы көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды.
Һөйләшеү мәлендә урындағы үҙидара органдарының һайлау комиссияларына мәғлүмәт асыҡлығын һәм ғәҙел һайлауҙы тәьмин итеү, һайлау өсөн бинаны әҙерләү, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусыларға тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашыуына айырыуса иғтибар бүленде. Шулай уҡ территориаль һайлау комиссияларының эш шарттары, мәғлүмәт материалын һәм архивын һаҡлау өсөн бина яраҡлылығы менән дә таныштылар.
Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан.