Дүрт кешенән торған енәйәт төркөмө суд алдына баҫты. Шуныһы айырыуса хәүефле: банда ағзаларының икәүһе — полиция хеҙмәткәре.
Уларҙы кешеләрҙе ирекһеҙләүҙә, талауҙа, алдаҡсылыҡта, вазифаһынан үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләйҙәр. Дөйөм алғанда, ете енәйәт статьяһы буйынса.
Полиция бүлеге оперуполномоченныйы енәйәтте тикшереү бүлеге начальнигын да үҙ эшмәкәрлегенә йәлеп итә. Бандаға тағы ла икәү ҡушыла. Наркотик әйләнешенә ҡатнашы булған кешеләрҙән аҡса талау менән бергәләп шөғөлләнәләр.
Былтыр май айында бер ирҙе машинаңда наркотик табасаҡбыҙ һәм һиңә енәйәт эше асасаҡбыҙ тип ҡурҡытып, ҙур суммала аҡса талап итәләр. Ҡулға алынған кеше талаусыларға 257 мең һум аҡса һәм 60 мең һумлыҡ 12 бүләк сертификаты бирә. Был “эш”тәре барып сыҡҡас, ҡанатланып китеп, енәйәтселәр ошо схеманы өс тапҡыр ҡабатлайҙар. Өсөнсө ҡорбандарынан, машинаһын һатып, 270 һум аҡса биреүен талап итәләр, уны рулгә бәйләп ҡуйып, иртәнгә тиклем законһыҙ рәүештә ирекһеҙләйҙәр. Ир кешене кредит алырға мәжбүр итәләр.
Уларҙың бөтә енәйәттәрен һүрәтләп бөтөү мөмкин түгел. Оҙаҡламай суд яҙмыштарын хәл итәсәк.