Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Август 2019, 17:15

“Ашығыс ярҙам”ды үткәрмәһәң...

Бындай машиналар кемгәлер ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булған өсөн елдерә, тимәк, кемдеңдер ғүмеренә һанаулы минуттар ҡалыуы ихтимал. Әммә беҙҙең тәртипһеҙ халыҡ уны үткәрмәҫкә, юлда үҙен генә өҫтөн тоторға маташа.

– Рәсәй Енәйәт кодексына “Медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулау” тигән 124.1-се статья индерелде, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ул медицина хеҙмәткәре эшмәкәрлегенә теләһә ниндәй рәүештә ҡамасаулаған һәм шул арҡала пациенттың үлеме йәки һаулығына ауыр зыян килгән өсөн енәйәт яуаплылығын булдырҙы. Әгәр ҙә фажиғәле эҙемтә булһа, “Ашығыс ярҙам”ға юл бирмәгән, йә булмаһа медицина хеҙмәткәренә башҡа төрлө ҡамасаулаған кешене дүрт йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.

Фото: drive2.ru
Читайте нас: