Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Август 2019, 18:05

Генерал Шайморатовтың яу юлы башланған ерҙә

1920 йылдарҙа, 1-се Атлы армия составындағы эскадрон командиры булараҡ, ул бандит төркөмдәрен юҡ итеүҙә ҡатнаша. Хатта үҙенең ат ҡараусыһы менән шәхсән бер банда башлығын тота. Был батырлығы өсөн армия командиры Семен Буденный Миңлеғәле Шайморатовты исемле көмөш ҡылыс менән бүләкләй.

glavarb.ru
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров рәсми эш сәфәре менән Майкоп ҡалаһына барҙы. Адыгеяның баш ҡалаһында ике республика вәкилдәре сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Беҙҙең республика етәксеһе Адыгея башлығы Морат Кумпилов менән осрашып һөйләште.
Белеүегеҙсә, Башҡортостанға Адыгеянан билдәле сыр, башҡа һөт ризыҡтары һәм тоҙ килтерелә. Ә беҙ бензин һәм дизель яғыулығы ебәрәбеҙ.
Радий Хәбиров адыгей делегацияһын Өфөлә сентябрь аҙағында үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре эшҡыуарҙарының бишенсе форумына саҡырҙы.
Ул бөйөк 112-се Башҡорт атлы дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яу юлы башланған урында булды. 1920 йылдарҙа, 1-се Атлы армия составындағы эскадрон командиры булараҡ, ул бандит төркөмдәрен юҡ итеүҙә ҡатнаша. Хатта үҙенең ат ҡараусыһы менән шәхсән бер банда башлығын тота. Был батырлығы өсөн армия командиры Семен Буденный Миңлеғәле Шайморатовты исемле көмөш ҡылыс менән бүләкләй.