Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Сентябрь 2019, 21:45

Башҡортостан Башлығы ҡарамағында – яңы совет

Уның маҡсат һәм бурыстары ниндәй?

Фото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса совет булдырылды.
Был яңы консультатив орган кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлығын яҡлау, төбәктә гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереүгә ярҙам итеү маҡсатында булдырылды.


Яңы Советтың бурыстары күп. Улар – ағымдағы хәлде мониторинглау, ҡануниәт боҙолоу осраҡтарын тикшереү, граждандың хоҡуҡтары боҙолған осраҡтарҙы асыҡлау, методик, аналитик-белешмә материалдар әҙерләү һәм баҫтырыу, йәмәғәт контроле механизмдарын үҫтереү, халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу, гражданлыҡ йәмғиәте институты үҫеше өлкәһендә төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу.
Совет ултырыштары ярты йылға бер тапҡырҙан да кәмерәк үтмәйәсәк.
Читайте нас: