Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Сентября 2019, 18:26

Йәшәгән урында ла, ситтә лә һайлап буласаҡ

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Берҙәм тауыш биреү көнө – 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Тауыш биреүселәрҙең һорауҙарына республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко яуап бирҙе.

Шулай ҙа бында ла нескәлектәр бар.


Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Берҙәм тауыш биреү көнө – 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Тауыш биреүселәрҙең һорауҙарына республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко яуап бирҙе.


Людмила Ф., Шиш­мә районы:

– Һаумыһығыҙ, Илона Анатольевна. Минең ҡыҙым студент, август аҙағында Мәскәүгә уҡыр­ға китә. Республика Башлығын ваҡы­тынан алда һайлай аламы?


– Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексына ярашлы, Башҡортостан Башлығы һәм Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын алдан һайлау ҡаралмаған.
Республиканан ситтә булған һайлау­сылар тик Мәскәү ҡалаһында ғына тауыш биреү хоҡуғына эйә. Бының өсөн 4 сентябргә тиклем “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша Мәскәү ҡалаһындағы һанлы һайлау участкалары исемлегенә индереүҙе һорап, ғариза яҙырға кәрәк. Мөһим шарт – һайлаусы порталда теркәлгән ҡулланыусы булырға тейеш. Ғаризаны тикшергәндән һуң, ул исем­леккә өҫтәлә. Мәскәүҙә ошондай 30 һанлы һайлау участкаһы эшләйәсәк. Уларҙың адресын Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтындағы “2019 йылдың 8 сентябрендә һанлы һайлау участка­һында тауыш биреү” бүлегендә белергә мөмкин. Ғаризағыҙҙы кире алырға булһағыҙ, һайлауға тиклем өс көн алдан шул уҡ портал аша мөрәжәғәт итергә кәрәк, йәғни 4 сентябрҙә төнгө сәғәт 12-гә тиклем. Һайлаусы ул саҡта йәшәгән урыны буйынса исемлектә ҡалдырыласаҡ.


Динар Я., Яңауыл районы:

– Һайлау барышы элеккесә ойошторола, ә комиссия эшендә ниндәй үҙгәрештәр бар?

– Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары барлыҡҡа килде. Был яңылыҡ түгел, әммә уны ҡулланыу – алға атлау. 8 сентябрҙәге һайлауҙа ошондай 225 комплекс ҡулланыласаҡ.
Участка һайлау комиссияһының тауыш биреү һөҙөмтәһе тураһындағы протоколдары машина уҡый алған QR-код менән сығарыла, шуға ла улар автоматлаштырылған рәүештә тикше­ре­лә. Уны тултырыу ваҡыты ҡыҫҡара, күсермәһен биреү эше еңелләшә.
Һайлау көнөндә 69 территориаль һайлау комиссияһы, Өфөлә урынлаш­ҡан 410 участка һайлау комиссияһы биналарында видеокүҙәтеү алып барыласаҡ.
“Мобиль һайлаусы” механизмы һай­лауҙа нығытыу танытмаһы системаһын алмаштырып, һайлау көнөндә барған урында тауыш биреү эшен уңайлаш­тырҙы. Ҡайҙа теркәлеүгә ҡарамаҫтан, теләгән ерҙә тауыш бирергә мөмкин.
Бынан тыш, теркәүе булмаған граждандар ҙа, әгәр һайлауға тиклем өс ай алдан республика биләмәһендә иҫәпкә тороп, барған урындарында участка йәки территориаль һайлау комиссияларында, күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә, Берҙәм дәүләт порталында ғариза яҙһа, Башҡортостан Башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә.


Валентина Н., Өфө ҡалаһы:

– Аяғыма гипс ҡуйылған, өйҙә ултырам, һайлауҙы ҡалдырғым килмәй. Нимә эшләргә?

– Һеҙгә үҙегеҙҙең өйҙә һайларға теләүегеҙҙе белдереп, был хаҡта телдән, телефон аша, яҙма рәүештә йәки социаль хеҙмәткәр, ту­ғанығыҙ, күршегеҙ аша участка һайлау комиссия­һына хәбәр итергә кәрәк. Был турала 29 августан алып 8 сентябрҙә 15.00 сәғәткә тиклем хәбәр итергә кәрәк.
Берҙәм тауыш биреү көнөн­дә һайлау участкаһы комиссия­һы ағзала­ры күсмә ҡумта менән өйөгөҙгә киләсәк.


Айрат М., Өфө ҡалаһы:

– Өфөлә йәшәйем. Эш ва­ҡы­тым иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шуға ла һайлауға бара алмайым. Беҙгә был осраҡта нимә эшләргә?
– Һайлаусыға уңайлы бул­һын өсөн тауыш биреү ваҡыты ике сәғәткә оҙайтылды. Һайлау иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем барасаҡ. Шулай уҡ “Мобиль һайлаусы” механизмын файҙаланырға була.


Лилиә Л., Учалы ҡалаһы:

– Ирем өсөн йәки олоғай­ған атай-әсәйем өсөн тауыш бирергә мөмкинме?

– Һәр һайлаусы бары тик үҙе өсөн генә тауыш бирә. Әгәр ҙә был тәртип боҙолһа, Рәсәй Федерация­һының Административ тәртип боҙоуҙар тураһын­дағы кодексының 5.24-се статьяһында ҡаралғанса, административ тәртип боҙоу тип иҫәпләнәсәк.


Сәлидә Ш., Әлшәй районы:

– Кем өйҙә һайлау хоҡуғына эйә? Комиссия был йәһәттән минең мөрәжәғәтемде кире ҡаға аламы?

– Кисерерлек сәбәп буйынса һайлау участкаһына килә алмаған граждандар өйҙә тауыш биреү хоҡуғына эйә. Улар – ололар, инвалидтар, ныҡ сирләгән­дәр, ауыр хәлдәге туғанын ҡалдыра алмағандар. Сәбәптең нигеҙле булыуын участка һайлау комиссияһы бил­дәләй. Улар ике осраҡта кире ҡаға ала: күрһәтелгән сәбәпте кисектерел­геһеҙ түгел тип тапһа, шулай уҡ һеҙ бындай һорау менән тауыш биреү тамамланыуға алты сәғәттән аҙыраҡ ваҡыт ҡалғас мөрәжәғәт итһәгеҙ.


И. Ғәлина, Өфө ҡалаһы:

– Насар күрәм, документтарға үҙем ҡултамға ҡуя алмайым, ә һай­лау бюллетенен алғанда был талап ителә. Ошондай осраҡта миңә нимә эшләргә?
– Һеҙ икенсе һайлаусының ярҙамы менән файҙалана алаһығыҙ. Ул һайлау участкаһында һеҙҙең эргәгеҙҙәге бәлиғ булған туғанығыҙ, күршегеҙ, ирекмән булыуы мөмкин. Был осраҡта һеҙ һайлау комиссия ағзаһын икенсе кеше ярҙамын файҙаланыуығыҙ хаҡында иҫкәртергә тейешһегеҙ. Һайлаусыға ярҙам күрһәткән кеше “Һайлаусының һайлау бюллетенен алыу тураһындағы ҡултамғаһы” графаһы тапҡырында ҡул ҡуя, исем-шәрифен, паспорт йәки уны алмаштырған документ хаҡындағы мәғлүмәтте тулыһынса күрһәтә. Һайлау комиссияһы ағзаларына, теркәлгән кандидатҡа йәки уның ышаныслы кешеһенә, финанс һорауҙар буйынса вәкиленә бындай ярҙам күрһәтеү тыйыла.


Илгиз К., Мәләүез районы:

– Паспортымды алмаштырырға тапшырҙым, хәҙер миңә нисек тауыш бирергә? Хәрби билетты йәки водитель танытмаһын күрһәтергә мөмкинме?

– Бюллетендәр паспорт йәки уны алмаштырған документты күрһәткән осраҡта ғына бирелә. Паспортты алмаштырған документтар:

l паспортты әҙерләү ваҡытында бирелгән Рәсәй гражданы шәхесен раҫлаған ваҡытлыса танытма;
l хәрби хеҙмәттә булғандар өсөн: хәрби билет, хәрби билетҡа алмашҡа бирелгән ваҡытлыса танытма йәки шәхесте раҫлаған танытма;
l вәкәләтле федераль башҡарма власть органы тарафынан ғәйепләнеп, һаҡ аҫтындағы булған ғәйепләнеүсе һәм шик аҫтындағы Рәсәй Федерация­һы гражданына бирелгән билдәле формалағы белешмә;
l сит илдә даими йәшәгән Рәсәй гражданына илгә инеүгә рөхсәт иткән Рәсәй гражданы шәхесен танытҡан документ.

Һеҙҙең осраҡта паспорт әҙерләнгән­се бирелгән шәхесте танытыу тура­һындағы танытманы күрһәтергә кәрәк.


Марина П., Күмертау:

– Һайлау участкаһына барып та, исемлектә булмаһам, ҡайҙа мөрәжә­ғәт итергә?

– Һайлаусылар исемлегенә инде­реүҙәрен һорап, ғариза яҙырға кәрәк. Нәҡ ошо участкаға ҡараған биләмәлә йәшәүегеҙҙе раҫлаған паспорт йәки уны алмаштырған документ нигеҙендә һеҙҙе исемлеккә индерәсәктәр.


Фәриә Ш., Дәүләкән районы:

– Берҙәм һайлау көнөндә икенсе районға барам. Башҡортостан Баш­лығы һәм ауыл биләмәһе советына депутаттар һайлауҙа нисек ҡатна­шырға икән?

– Был осраҡта һайлау кимәленә бәйле. Урындағы депутаттар өсөн алдан тауыш бирергә мөмкин. Башҡортос­тан Башлығы һайлауында алдан тауыш биреү ҡаралмаған, шуға ла һеҙ үҙегеҙ барған ерҙәге һайлау комиссияһы исемлегенә индереүҙәрен һорап, алдан ғариза яҙа алаһығыҙ.
Наталья Н., Октябрьский ҡалаһы:

– Мин бында йәшәргә яңыраҡ килдем, һайлау участкаһының адресын ҡайҙан белергә?

– Был хаҡтағы мәғлүмәтте үҙегеҙҙең территориаль һайлау комиссияһына барып белә алаһығыҙ. Шулай уҡ уны Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында “Үҙеңдең участкаңды тап” эҙләү системаһы ярҙамында, адресығыҙҙы күрһәтеп, белергә мөмкин.


Рим Р., Сибай ҡалаһы:

– Бюллетенде яңылыш боҙһам, яңыға алмаштырырға мөмкинме?

– Әлбиттә, мөмкин. Әгәр һайлаусы бюллетенде тултырған саҡта хата ебәр­ҙем тип иҫәпләһә, ул боҙолған бланк урынына яңыны биреүҙе һорап һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә ала. Комиссия ағзаһы яңыны бирә һәм, һай­лаусының фамилияһы тапҡырында тейешле билдә ҡуйып, ҡултамға менән раҫлай. Былар барыһы ла һайлаусы­ның хаталы бюллетенде ҡумтаға тө­шөр­мәҫтән алда уҡ башҡарылырға тейеш.


Ирина С., Иглин районы:

– Шулай килеп сыҡты, мин хәҙер бер ҡайҙа ла теркәлмәгәнмен. Миңә тауыш бирергә мөмкинме?

– Рәсәйҙәге йәшәгән урындарында теркәлмәгән Рәсәй Федерацияһы граждандары 8 сентябрҙә уҙасаҡ Башҡорт­остан Башлығы һайлауында ҡатнаша ала. Бының өсөн бындай хәлдә ҡалған һайлаусыға Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26-сы йортта урынлашҡан һайлау участкаһына барып тауыш бирергә мөмкин.


Наталья П., Нефтекама ҡалаһы:

– Барған урында тауыш биреү өсөн ғариза бирҙем, әммә пландарым үҙгәрҙе. Яңы урынға бармайым, ә үҙемдең һайлаясаҡ участканың исемлегенән алып ташланылар. Нимә эшләргә?

– Был осраҡта һеҙ йәшәгән уры­нығыҙ буйынса һайлау участкаһына килә алаһығыҙ. Тик тауыш биреү ҡатмарлашасаҡ, сөнки тейешле тик­шереүҙән һуң ғына мөһим сарала ҡатнашыу мөмкин буласаҡ. Тикшереү барышында алдан планлаштырылған һайлау участкаһында тауыш бирмәүе­геҙ раҫланһа, һайларға рөхсәт би­реләсәк. Участка һайлау комиссияһына был осраҡты асыҡлауға ике сәғәт ваҡыт бирелә. Исемлеккә яңынан индерһен­дәр өсөн паспорт йәки уны алмаш­тырған документ кәрәк буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Берҙәм һайлау көнөнә ҡағылышлы һорауҙар тыуһа, һеҙ республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына 8-800-347-54-54 һандары буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Читайте нас