Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Сентября 2019, 18:40

Хөкүмәт, закондар, һаулыҡ һаҡлау...

ЛДПР кандидаты Иван Сухарев "кешеләрҙе яҡлаған закондар" ҡабул итергә саҡырҙы, айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә.

"Антидебаттар" эфирында "Гражданлыҡ көсө" партияһынан кандидат Владимир Барабаш Хөкүмәттең киләсәгенә ҡағылышлы һорау бирҙе.

"Әшнәлеккә, туғанлыҡҡа юл ҡуйылмаясаҡ. Профессионализм һәм итәғәтлелек кеүек сифаттарға иғтибар биреләсәк. Мине һайлаған осраҡта Премьер-министр буласаҡ. Муниципалитет башлыҡтарының яртыһын тиерлек алмаштырҙыҡ, эшләгән кешеләр киләсәк", – тине Радий Фәрит улы.

ЛДПР кандидаты Иван Сухарев "кешеләрҙе яҡлаған закондар" ҡабул итергә саҡырҙы, айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә.

Төбәк етәксеһенә йәштәрҙе, студенттарҙы эш менән тәьмин итеү тураһында һорау бирҙеләр.

"Үлем күрһәткесе түбәнәйҙе. 2019 йылда ике мең ғүмерҙе ҡотҡарҙыҡ. Яман шеште алдан уҡ асыҡлаған табиптарға, фельдшерҙарға премия түләйбеҙ", – тине Радий Фәрит улы.

Артабан ул йәштәрҙең өстән бер өлөшөнөң уҡырға ситкә китеүен һәм республикала федераль университет асыу йәһәтенән эш алып барылыуын билдәләне.
Читайте нас