- Беренсенән, бер ҡасан да һайлауҙы ҡалдырғаным юҡ, ғәҙәттә, төшкә тиклем изге бурысымды үтәйем. Әле лә ашҡынып килдем. Бөгөн 53-сө тапҡыр һайлау кампанияһында ҡатнашам. Икенсенән, халыҡтың әүҙемлеге күҙгә ташлана, һәр кемдә киләсәккә өмөт һәм ышанысты тойомларға мөмкин. Алла бирһә, Башҡортостаныбыҙ тағы ла һәр яҡлап алға китер, үҫешер, иманым камил. Яҡты һәм яҡшы киләсәк өсөн тауыш бирәбеҙ, - тине ул.