- Миңә үҙемдең һайлау участкаһында бюллетень алырға сиратта торорға тура килде, - тине Александр Геннадьевич. - Был халҡыбыҙҙын әүҙемлеген күрһәтә. Иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә саҡлы һайлаусылар исемлегендә булғандарҙың ике проценты тауыш биреп өлгөргәйне инде. Тимәк, кешеләр һайлауға алдан әҙерләнгән.