Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентября 2019, 16:57

Махсус транспорт бүленде

Һайлаусылар исемлегендә 22 меңдән ашыу кеше теркәлгән, ә район буйынса йәмғеһе 40 һайлау участкаһы эшләй, бынан тыш тағы өс электрон һайлау участкаһы халыҡты ҡабул итә.

Дыуан районы хакимиәтенәнДыуан районы хакимиәтенән
Дыуан районы хакимиәтенән
Дыуан районында ла һайлау ойошҡан бара, халыҡ иртә менән һайлау участкаларына килеп, республикабыҙҙың тотороҡлолоғо өсөн тауыш бирҙе. Төштән һуңға, мәҫәлән, 14 меңгә яҡын һайлаусы гражданлыҡ бурысын үтәп, өйҙәренә таралышты.
Әйткәндәй, һәр урында йәрминкәләр ойошторолдо, һайлауға килеүселәргә шәхси ихатаһында емеш-еләк, йәшелсә үҫтереүселәр үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сауҙа нөктәләре эшләне. Бынан тыш, күңелле концерт номерҙары, спорт ярыштары байрам кәйефе бүләк итте.
Һайлаусылар исемлегендә 22 меңдән ашыу кеше теркәлгән, ә район буйынса йәмғеһе 40 һайлау участкаһы эшләй, бынан тыш тағы өс электрон һайлау участкаһы халыҡты ҡабул итә. Беренсе тапҡыр үҙенең гражданлыҡ хоҡуғын тормошҡа ашырған йәштәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырыла. Район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәрҙе алып килеү өсөн махсус транспорт бүленгән.
Читайте нас