- Тәүгеләрҙән булып ветеран-уҡытыусы Фәрит Вәлиев һайланы. Иң беренсе килеүселәргә, иң оло һайлаусыларға, тәү тапҡыр һайлаусы ете йәш кешегә бүләктәр тапшырҙыҡ. 100-сө булып гражданлыҡ бурысын үтәгән ауылдашыбыҙ Мансаф Исҡаҡов та иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды, - ти оҙаҡ йылдар һайлау комиссияһы рәйесе бурысын үтәгән Нәғимә Ғарипова.