Мин йәшәгән йорт ҡараған 179-сы һәм 203-сө һайлау участкалары Өфөнөң Затон биҫтәһендәге спорт йүнәлешендәге 5-се республика мәктәп-интернатында урынлашҡайны. Унда бөгөн республика Башлығын һәм өҫтәмә рәүештә ҡала Советына депутаттар һайлайбыҙ.
Иртә булыуға ҡарамаҫтан, кеше күп кенә ине, хатта бюллетень алырға сират торорға тура килде. Тауышымды лайыҡлы һанаған кандидаттарға биреп сыҡҡас, участка комиссияһы рәйесе Татьяна Хомутова тиҙҙән тәүге һөҙөмтәләрҙең билдәле буласағын иҫкәртте. Ул арала шунда эшен йәйелдергән буфетҡа һуғылдым, тәүге һайлаусыларҙың береһе булараҡ, бүләк алдым.
Артабан медицина ярҙамы мөйөшөн күреп ҡалдым. Көн дауамында кемгәлер табип ярҙамы ла кәрәк булыуы бар шул. Унда шәфҡәт туташы Миңзилә Насирова менән таныштым, ҡан баҫымымды үлсәттем. Ул файҙалы кәңәштәр ҙә бирҙе.
Ҡайтырға сыҡҡанда хеҙмәттәштәрем Розалия Зиновьева менән Ирек Ғәлиевтән дә һайлауға барыуҙары тураһында хәбәр алдым. Афариндар!