Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Сентябрь 2019, 01:10

Радий Хәбиров рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һайлау тамамланғас, республика халҡына мөһим сарала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һайлау тамамланғас, республика халҡына мөһим сарала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.


"Һайлау участкаларында тауыш биреү тамамланды. Беренсе сиратта, беҙҙең һайлаусыларға ойошҡанлыҡтары һәм яуаплы ҡарағандары өсөн рәхмәт белдерәм. Алдан билдәле мәғлүмәттәр буйынса, әлегә ошо һайлау кампанияһында ҡатнашҡандар һаны 60 процент тәшкил итә. Һуңғы һөҙөмтәләр тиҙҙән билдәле буласаҡ. Һайлау комиссияһы системаһына рәхмәт, бөтәһе лә ойошҡан кимәлдә уҙҙы, шулай уҡ һайлауға ҡыҙыҡһыныу уятҡан журналистарға ла рәхмәт", - тине Радий Фәрит улы "Һайлау төнө-2019" йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге сығышында.
Читайте нас