"Һайлау төнө - 2019" йәмәғәт матбуғат үҙәге менән Сибай халҡы тура бәйләнешкә сыҡты.
- Сибай ҡалаһы халҡы һайлауҙа беренсе тапҡыр ошондай әүҙемлек күрһәтә, был һандың яҡынса 80-81 процентҡа тиң булыуы көтөлә. Сибайҙың йөрәге Радий Хәбиров менән. Ул ун ай эсендә ҡалабыҙға алты тапҡыр килде, - тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
Уның сығышын "Эшлекле Рәсәй" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының рәйестәше Андрей Назаров та хупланы: “Сибай Урал аръяғының үҙәге булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем уға иғтибар булманы. Бөгөн иһә бер нисә йылдан ҡала танымаҫлыҡ булып яҡшы яҡҡа үҙгәрер тигән өмөт осҡоно тыуҙы”, - тине ул.