Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Сентября 2019, 10:45

"Һайлау көтөлгән һөҙөмтә менән тамамланды”

Сәйәсәт фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты Николай Евдокимов республика Башлығы һайлауына ҡарашын белдерҙе.

Фото: "Башинформ" сайтынан.Фото: "Башинформ" сайтынан.
Фото: "Башинформ" сайтынан.
Сәйәсәт фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты Николай Евдокимов республика Башлығы һайлауына ҡарашын белдереп: "Һайлау көтөлгән һөҙөмтә менән тамамланды. Был сәйәси сара бер нисә үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Беренсенән, Башҡортостан тарихында бығаса күҙәтелмәгән һандар – һигеҙ кеше республика Башлығы вазифаһына дәғүә итте. Икенсенән, һайлауға әҙерлек кампанияһы тыныс үтте. Өсөнсөнән, Башҡортостан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса юғары күрһәткескә өлгәште", – тине.
Читайте нас