Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября 2019, 14:45

"Алыҫ урынлашһаҡ та, ыңғай мөнәсәбәтте тоябыҙ"

Күптән түгел төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Йылайырҙа төбәк йәштәре менән осрашты, унда бик мөһим мәсьәләләр күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
– Бөгөн – республика халҡы өсөн мөһим сәйәси ваҡиға. Башҡортостан Башлығы вазифаһын рәсми ҡабул иткәндән һуң үҫеш юлында алған аныҡ йүнәлеш артабан дауам итер, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тип ышанам.
Күптән түгел төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Йылайырҙа төбәк йәштәре менән осрашты, унда бик мөһим мәсьәләләр күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде. Үҙәктән алыҫыраҡ урынлашҡан район булһаҡ та, беҙ ыңғай мөнәсәбәтте тоябыҙ, килсәккә ҙур өмөт менән йәшәйбеҙ. Йылайыр районында яңы юлдар, һыу селтәрҙәре төҙөлә. Медицина тармағында кадрҙар ҡытлығын бөтөрөү йәһәтенән дә аныҡ эштәр башҡарыла: йәш белгестәр өсөн торлаҡ төҙөргә ҡарар ҡабул ителде. Әйткәндәй, быйыл төбәккә терапевт һәм педиатр ҡайтты, киләсәктә белгестәрҙең һанын тағы ла арттырасаҡбыҙ, – тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз ФӘТҠУЛЛИН.
Читайте нас