Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2019, 10:30

Алға, Башҡортостан!

Кисә Башҡортостан тарихының өр-яңы бите асылды: халыҡ ихтыяры менән һайлап ҡуйылған республика Башлығы рәсми рәүештә вазифаһын ҡабул итте. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда ойошторолған тантаналы сара эшлекле шарттарҙа үтте, республика халҡы мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ стратегик бурыстар билдәләнде.

Тарихыбыҙҙың яңы битенә аяҡ баҫтыҡ.
Кисә Башҡортостан тарихының өр-яңы бите асылды: халыҡ ихтыяры менән һайлап ҡуйылған республика Башлығы рәсми рәүештә вазифаһын ҡабул итте. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда ойошторолған тантаналы сара эшлекле шарттарҙа үтте, республика халҡы мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ стратегик бурыстар билдәләнде.
Инаугурация – Башлыҡ өсөн генә түгел, тотош халыҡ өсөн дә мөһим сәйәси ваҡиға, киләсәккә йүнәлеште билдәләү ул. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, республиканың элекке етәкселәре Мортаза Рәхимов менән Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары, федераль һәм төбәк власть органдары, көс структуралары вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, дин, сәнғәт, мәҙәниәт, фән әһелдәре, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы танытмаһын тапшырҙы, 8 сентябрҙә Башҡортостанда үткән Берҙәм тауыш биреү көнө асыҡ һәм ҡануниәткә ярашлы үтте, тип белдерҙе. Был хаҡта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та телгә алды, һайлау кампанияһында кешеләрҙе социаль-ижтимағи һәм сәйәси процестарға, дәүләт тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү кеүек бурыстар ҙа теүәл үтәлеүен билдәләне. Иң мөһиме – халыҡ республика яҙмышын хәл иткән ныҡлы ҡарарын белдерҙе. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Радий Хәбиров өсөн республика һайлаусыларының 82,02 проценты тауыш биргән.
Радий Хәбиров башҡорт һәм рус телдәрендә халыҡҡа, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына тоғролоҡҡа ант бирҙе:
– Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен атҡарғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген нығытырға һәм һаҡларға, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституциялары мәнфәғәттәрен үтәргә, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантияларға ант итәм, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы инаугурация­һы 19 сентябрҙә үтәсәге билдәле булғас, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тарихи сараның үҙенсәлектәрен билдәләп үткәйне. Тәжрибәле сәйәсмән:
– Сара эшлекле шарттарҙа, концерт­һыҙ, тантанаһыҙ, башҡа төбәктәрҙән саҡырылған күп һанлы ҡунаҡтарһыҙ үтәсәк. Был тулыһынса Башлыҡтың эшлекле кәйефенә тап килә. Ант биреү, процедураға ярашлы башҡарылһа ла, бик мөһим юридик ғәмәл булып тора. Тап унан һуң Башлыҡ үҙенең вәкәләт­тәрен тормошҡа ашыра башлай. Был – Конституция нормаһы, – тигәйне.
Сара ошо талаптарҙың барыһына ла тап килде, Башҡортостан Башлығы, вәғәҙә иткәнсә, һайлауҙар үтеү менән республика үҫеше стратегияһын бил­дәләне. Был – һәр яҡтан уйланылған документ, унда төбәк үҫешенең барлыҡ йүнәлештәре аныҡ һандар һәм саралар менән билдәләнгән. Стратегияның һәр темаһы республикала йәшәүсе кеше­ләрҙең ихтыяжынан сығып формалаш­тырылған.
Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең киң вәкәләттәргә хоҡуғы бар. Улар араһында – төбәкте ил Президенты һәм федераль власть органдары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә танытыу, Хөкүмәт туплау, закондарҙы үтәүҙе контролдә тотоу, республика биләмәһендә башҡарыу мотлаҡ булған указ һәм күрһәтмәләр сығарыу. Башҡорт­остан Башлығы шулай уҡ башҡарма власҡа етәкселек итә. Шулай уҡ Баш­лыҡтың вазифаға рәсми инеүе Хөкү­мәттең вәкәләттәре тамамланыуын аңла­та. Республика етәксеһе уны яңынан формалаштырасаҡ. Төбәк менән етәксе­лек итеүҙең төп вазифаларына кемдәр килеүгә ҡарап, нигеҙҙә, республиканың киләһе биш йыллыҡтағы үҫеш юлы билдәләнәсәк.
Лилиә ҒҮМӘРОВА, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары:
– Бөгөн бында йыйылыусыларҙың барыһының да кәйефе күтәренке, сөнки республика тарихының өр-яңы битенә аяҡ баҫабыҙ, Башҡортостан Башлығының яңы стратегияһына ла ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Был яңы һулыш менән тағы ла алға ынтылыуҙы, бергәләшеп һө­ҙөмтәле эштәр башҡарасағыбыҙҙы аңлата. Һайлау һөҙөмтәләре күрһәте­үенсә, Радий Хәбиров, башҡа канди­даттарҙан тауыш һаны буйынса күпкә алға китеп, ҙур еңеү яуланы, бөгөн иһә халыҡтың ышанысын юридик йәһәттән нығытҡан, Башҡортостан Башлығы үҙ вәкәләттәрен рәсми рәүештә башҡара башлаған көн.
Рөстәм Ахунов, Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһының ағза-корреспонденты, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Был документ күптән өлгөрөп ет­кәйне. Минеңсә, ул ике маҡсатты үҙ эсенә ала. Беренсенән, һандарҙа респуб­ликаның киләһе биш йыллыҡта нимәгә өлгәшергә тейешлеге аныҡ билдәләнде. Беҙ күрҙек – маҡсаттар билдәләп эшләү Радий Хәбировтың идара итеү моделе. Икенсенән, был документ Владимир Путиндың май указдары менән ауаздаш. Уға ниндәйҙер милли үҙенсәлек, үҙебеҙҙең төбәккә хас һыҙаттар ҙа кәрәк ине. Был бик дөрөҫ эшләнде, тип иҫәп­ләйем. Шуны ла билдәләгем килә: документтан күренеүенсә, республиканың амбициялары барлыҡҡа килде. Беҙ илдең иң яҡшы биш, ун төбәге исемлегенә инергә тырышабыҙ. Әлбиттә, быларҙы тормошҡа ашырыу – еңел булмаған бурыс, тик Радий Фәрит улының тырыш­лығына ҡарағанда, өлгәшеп булырлыҡ.
Николай ЕВДОКИМОВ, сәйәсәт фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты:
– Алдан хәбәр ителгәнсә, Радий Хәбировтың инаугурация тантанаһы ябай һәм эшлекле шарттарҙа үтте.
Унда төбәктең элекке ике башлығының да – Мортаза Рәхимов менән Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның үҙенсә­лектәренең береһе булды, тип һанайым. Был – Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыуға тәғәйенләнгәндә үк белдергән позицияһының сағылышы, йәғни ул республика власын етәкләгән осорҙа бер ниндәй ҙә элиталар конфликты бул­маясағын һынландырған күренеш.
Әлбиттә, республика үҫешенә ҡағы­лышлы указ етди иғтибарға лайыҡ. Алдан ниндәйҙер күҙаллауҙар яһамайынса, уның баҫылып сығыуын көтөргә кәрәктер, тип һанайым. Әммә әле яңғыраған фекерҙәргә таянып та проекттарҙың бик текә булыуын, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп көс, фиҙакәрлек һәм етди сығымдар талап ителеүен аңларға мөмкин. Әгәр билдәләнгән бурыстарға ирешелһә, республика социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алға табан ҙур аҙым яһаясаҡ.
Рөстәм ЛАТИПОВ,
сәйәсәт фәндәре докторы, профессор, “Социс-Эксперт” социологик үҙәк идараһы рәйесе:
– Башҡортостан Республикаһы Баш­лы­ғы Радий Хәби­ровтың бөгөнгө инаугурация мәлендәге сығышы сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шәхсән үҙем “биш йыллыҡ план”ды – Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға тиклемге Үҫеш стратегияһын, уның әһәмиәтен юғары баһалайым. “Биш йыллыҡ” – беҙҙең өсөн совет осоронан күңелгә яҡын төшөнсә, ул ниндәйҙер кимәлдә тотороҡлолоҡто, киләсәккә ышанысты аңлата кеүек. Ә етдиерәк итеп әйткәндә, был документ – дәүләттең үҙ алдында торған иң төп бурыстарҙы билдәләп, шуларҙы хәл итеү буйынса яуаплылыҡ алыу символы ул.
Радий Фәрит улы Башҡортостанды бөтә йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы биш төбәге исемлегенә сығарыу бурысын ҡуйҙы. Заманында республи­кабыҙ төбәктәр рейтингында яҡшылар рәтендә – тәүге унау араһында булды. Шуға күрә элекке позицияларҙы яулау өсөн мөмкинлектәр бар, тип һанайым.
Ғәҙәттә, сәйәсмәндәр һайлауға тиклем ҙур вәғәҙәләр биреүсән. Радий Хәбиров, киреһенсә, һайлауға тиклем артыҡ һүҙ һөйләү, вәғәҙәләр биреү менән мауыҡ­маны. Әле ул үҙ өҫтөнә бик ҙур бурыстар алды. Башҡортостандың яңы Башлығына һәм ул төҙөйәсәк командаға ошо эштәрҙе тормошҡа ашырырға, киләһе йылдарҙа республика һәм халыҡ мәнфәғәтендә лайыҡлы хеҙмәт итергә яҙһын!
Г. РӘСҮЛЕВА, Ә. МИНҒӘЛИЕВА, Г. ЯҠШЫҒОЛОВА.
Минең тауыш – бары минеке ул!
Халыҡтыҡы булһа ниәтем,
Тик минеке булған был тауышым
Башҡортостан менән бер бөтөн.
Минең тауыш һинең менән бергә
Уртаҡ маҡсат булып ҡушылһа,
Арыныр ҙа илем шүлгәнлектән,
Һәм һуғарыр Ерҙе мең илһам!
Йәншишмәнең иң саф тамсыһылай,
Яҡты булһын беҙҙең асылдар.
Яҡшылыҡтан тик яҡшылыҡ артыр,
Яҡшы ғәмәл тыуыр аҫылдан!
Яҡты ниәттәрҙең нурын күреп,
Ҡараңғылыҡ ерҙә уфтанды.
Битарафлыҡ – тик шайтандың эше.
Бирмәм уға Башҡортостанды!
Ҡара уйлыларға Илем бирмәм!
Яҡты булһын көнө баламдың!
Беҙ Уралдан ҡалған тоҡом Ерҙә –
Һин, милләтем, унан яралдың.
Урал вариҫтары ниәт итер!
Маҡсаттарын бәйләр халҡына.
Тирә-яҡҡа йәншишмәһен бөркөп,
Яңы Башҡортостан ҡалҡына!
Лариса АБДУЛЛИНА.
Читайте нас