Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентября 2019, 16:40

Милләт-ара татыулыҡ өлгөһө күрһәтәбеҙ

Башҡортостандың Рәсәйҙә һәм халыҡ-ара аренала имиджын нығытыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәр комплексы эшләнде.

Бөгөн Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә “Башҡортостан Республикаһы – милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡ биләмәһе” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” үтте.
Ойоштороусы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ултырыштың модераторы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Азат Бадранов, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны.
Ултырышта дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, илдең, республиканың ғалимдары, эксперттар ҡатнашты. “Түңәрәк өҫтәл”дә Рәсәй йәмғиәте консолидацияһында этник-ара килешеүгә, төбәгебеҙҙә дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу ғәмәлдәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды.
Сарала ҡатнашыусылар тарафынан Башҡортостандың Рәсәйҙә һәм халыҡ-ара аренала имиджын нығытыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәр комплексы эшләнде.
Читайте нас