Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Сентябрь 2019, 12:25

Искәндәр Әхмәтвәлиевкә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелде

Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Искәндәр Әхмәтвәлиев төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

glavarb.ru

Республика Башлығының икенсе бойороғо менән Динир Әхмәтйәнов, үҙ теләге буйынса оҙаҡ йылдар эшләп пенсияға сығыу сәбәпле, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.
Искәндәр Рәүеф улы Әхмәтвәлиев 1975 йылдың 31 декабрендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәт һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда “Иҙелхим” фәнни-етештереү фирмаһында техник булып башлай. Төрлө йылдарҙа Милли йәштәр театрында артист, Өфө “Нур” дәүләт татар театрында ҡуйыусы-режиссер, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында генераль директор урынбаҫары, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында өлкән уҡытыусы була. 2011–2019 йылдарҙа – Башҡортостан Президентының Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығында бүлек мөдире, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм уларҙы ҡабул итеү идаралығы начальнигы.
Читайте нас