Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федерация Советы рәйесе урынбаҫары, Федерацияның фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет ағзаһы Ильяс Умаханов менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Унда милләт-ара мөнәсәбәттәр, республиканың юбилейын билдәләүгә бәйле хеҙмәттәшлек йүнәлештәре, шулай уҡ Башҡортостанда киләһе йылдарҙа үтәсәк ҙур сараларға бергәләп әҙерләнеү тураһында һүҙ булды.
Ильяс Умаханов Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко исеменән етәкселекте һәм барлыҡ төбәк халҡын бөйөк шағир, яҙыусы Мостай Кәримдең һәм республиканың 100 йыллыҡтары уңайынан тәбрикләне.
“Бөгөн бында һеҙҙең менән бергә булыу – минең өсөн ҙур шатлыҡ. Төбәгегеҙ үҫеше менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, – тине ул. – Башҡортостан – күп яҡшы башланғыстарға нигеҙ һалыусы. Һеҙ илдә өлгө булып тораһығыҙ”.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республикала мәғарифты үҫтереү, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау мөһим урында тора. Федерация Советы менән хеҙмәттәшлек итеү был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индерә.
“Беҙҙе һеҙҙең менән күп йыллыҡ дуҫлыҡ һәм дөйөм эш тәжрибәһе берләштерә. Милләт, конфессия-ара хеҙмәттәшлекте көйләүҙә һеҙ илдең иң аҡыллы сәйәсмәндәренең береһе. Һәр саҡ мөһим ҡарарҙар ҡабул итәһегеҙ. Рәхмәт. Киләһе йылдарҙа Башҡортостанды Бөтә донъя фольклориадаһы һәм Евразиада кеүек бик мөһим саралар көтә. Уларға һеҙҙе һәм коллегаларығыҙҙы саҡырабыҙ”, – тине Радий Хәбиров.