Рәсәй Президенты Владимир Путин Михаил Федотовты дәүләт Башлығы кәңәшсеһе һәм Кеше хоҡуҡтары советы рәйесе вазифаһынан бушатыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның урынына был вазифаға Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы башлығы Валерий Фадеев тәғәйенләнде.
Үткән аҙнала дәүләт хеҙмәтендә эшләү рөхсәт ителгән йәштән үтеү сәбәпле, Фадеевтың вазифаһынан китеү ихтималлығы тураһында мәғлүмәт булғайны. Кеше хоҡуҡтары советы хеҙмәткәрҙәре, уны эшендә ҡалдырыуҙы һорап, ил Президентына мөрәжәғәт иткәйне. Федотов совет рәйесе вазифаһынан киткән осраҡта ла хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеген дауам итергә ниәтләүен белдергәйне. Ул 2010 йылдың көҙөнән совет рәйесе булып эшләне.
Валерий Фадеев иһә 1960 йылда тыуған, 2014 – 2018 йылдарҙа Беренсе каналда эшләгән, шул иҫәптән “Ваҡыт” тапшырыуын алып барыусы булған. Әле ул – “Берҙәм Рәсәй”ҙең Юғары советы ағзаһы, либераль платформа координаторы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы ағзаһы.