“Башҡортостан лидерҙары” конкурсында еңеүселәрҙең береһе Артур Ҡорманов “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Ул компанияның үҫеш мәсьәләләре өсөн яуап бирәсәк.
“Башкиравтодор” — Башҡортостандың эре юл холдингтарының береһе, төбәк һәм муниципаль-ара һәм урындағы кимәлдәге юлдарҙы төҙөү, ремонтлау, реконструкциялау, тәртиптә тотоу менән шөғөлләнә, 24 000 километрҙан ашыу юлды, 1600 күпер һәм юл үткәргестәрен, 17000 һыу үткәреүсе торбаларҙы хеҙмәтләндерә.
Артур Ҡормановҡа – 32 йәш, Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт нефть-техник университетын, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған.
2007 – 2019 йылдарҙа коммерция йүнәлешле ойошмаларҙа эшләгән. 2018 йылда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында махсус әҙерлек үткән.
“Башҡортостан лидерҙары” конкурсы Башҡортостан Башлығы хакимиәте тарафынан 2019 йылдың йәйендә ойошторолғайны. Уның маҡсаты – талантлы, сағыу, булдыҡлы идара итеүселәрҙе табыу. Бәйгегә дүрт меңдән ашыу ғариза килгән, улар төрлө тестар, конкурстар, әңгәмәләр барышында һайлап алынған.
Финал ағымдағы йылдың сентябрендә үтте, 50 кеше еңеүсе тип табылды. Ойоштороусылар планлаштырғанса, еңеүселәр “Остазлыҡ” программаһына индерелергә, уларға дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эш урындары тәҡдим ителергә тейеш.