Иректә уларҙы бер кем дә көтмәй…
Ун ете йыл. Аҙмы ул, әллә күпме? Тарих, мәҫәлән, уны күҙенә лә элмәй, ә бына яңы тыуған бала ошо осор эсендә бәлиғ була, урта белем алырға өлгөрә. Ир уртаһы кеше лә хаҡлы ялға сығыу йәшенә яҡынлай. Ә иректән мәхрүм ителгәндәр тарафынан нисек ҡабул ителә был ваҡыт арауығы?
“Ҡара таптан” ҡотолам тип уйлаған…
Башҡортостан Юғары судының Рәсәй Енәйәт кодексы 105-се статьяһына (кеше үлтереү) таянып сығарған хөкөм ҡарарына ярашлы, кеше үлтергән өсөн ошондай срокка иректән мәхрүм ителгән Дмитрий Сумин, моғайын, ҡорбанына бысаҡ менән киҙәнгәндә, бындай һорау ҡуйып ҡарамағандыр, сөнки ул артабанғы ғүмерен ҡара буяу менән таплау ихтималлығы булған йәш ҡатынды үҙ юлынан мәңгелеккә алып ташларға ғына ынтылған.
Хөкөм ҡарарынан күренеүенсә, Лариса Н. менән Дмитрий законлы никахҡа ингәнсе үк танышырға өлгөрә. Лариса, күрәһең, Дмитрий менән етди бәйләнештәргә иҫәп тотмаған, уның башлы-күҙле буласағы тураһында хәбәрҙе лә тыныс ҡабул иткән. Бәлки, быға йәш ҡатындың үҫеп килгән улы булыуы ла йоғонто яһағандыр. Шул уҡ ваҡытта Дмитрийҙың балалы ҡатын менән донъя ҡорорға теләмәүендә, моғайын, хәл иткес ролде Ларисаның наркотик (спайс) менән мауығыуы уйнағандыр, тип фараз итергә ҡала.
Енәйәт ҡылынған көндә ҡатын Суминға шылтырата ла осрашырға теләге барлығын белдерә. Ғәҙәттәгесә, “эштәрен” Дмитрийҙың машинаһынан сыҡмай ғына бөтөргәс, ҡатын тәмәке тоҡандыра ла сираттағы тапҡыр йөклө булыуы һәм баланы табырға хәл ҡылыуы тураһында хәбәр итә. Билдәле, Ларисаның бындай йәмһеҙ ҡыланышы ир кешегә оҡшамай (наркоман ҡатындан сәләмәт бала тыумаясағы билдәле). Ул ҡәтғи рәүештә ауырын төшөртөүҙе талап итә, ләкин ҡатын ҡырҡа баш тартҡас, Дмитрий, күрәһең, көслө психик кисерештәрен тыйып тота алмай, бысаҡ менән Ларисаның муйынына бер нисә тапҡыр сәнсә…
Енәйәтте тикшереү барышында Суминдың хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтергә маташыуы уңышһыҙ тамамланып, уның хәлен көсөргәнешләндерә. Мәҫәлән, ул 23 аҙналыҡ ауыры булған ҡатындың йөклө икәнлеген белмәүе, наркотиклы тәмәке тартҡанда тонсоға башлағас, йәнәһе, хәлен еңеләйтеү өсөн муйынын бысаҡ менән тишеүе, Лариса менән ике-өс ай күрешмәүе һәм ҡатындың ата-әсәһенә уның ҡайҙалығын белмәүе тураһында белдерә.
Иң мөһиме, уның артабан етди проблемаларға юл ҡуйырға, мәҫәлән, бала тыуғандан һуң атаһынан алимент юлларға һәм башҡаларға ынтылыуын Ларисаны үлтереү юлы менән генә хәл ҡылырға маташыуы үҙенең генә түгел, йәш ҡатынының, мәрхүмәнең бәлиғ булмаған улының һәм ата-әсәһенең яҙмышын етди һынауҙарға дусар итә. Ә бит Суминды яҡшы белгән иптәштәре уны хәҙер йәмғиәтебеҙҙә һирәк осраған игелеклелек, намыҫ һәм вәғәҙәһендә тора белеү кеүек сифаттарға эйә булыуын билдәләгән.
Һүҙ ҙә юҡ, иректән мәхрүм ителгәндәр өсөн 17 йыл – һәр сәғәте һәм көнө азатлыҡҡа һыуһап, уны тын менән тартып алырҙай булып көткән оҙон ғүмер! Тик шуныһы бәхәсһеҙ, ҡасандыр үрҙә һанап үткән ыңғай сифаттарын юғалтып, иреккә улар урынын кире һыҙаттары мул итеп биләгән кешеләр сыға.
Йыртҡыстар ҙа… шәфҡәтлерәк
Был енәйәт эше буйынса сығарылған хөкөм ҡарарының йөкмәткеһе менән танышыу сикһеҙ дәрәжәлә тетрәндерә. Әҙәм балаһының ниндәйҙер мәлдәрҙә йыртҡыс хайуандарҙан да уҙҙырырлыҡ ҡылыҡтарға эйә булыуын шикләнмәҫлек итеп дәлилләй ул.
Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһы (кеше үлтереү) буйынса ғәйепләнгән Ниғмәтулла Ҡолгилдиндың эше Башҡортостан Юғары судында ҡаралып, оло йәштәге ир 18 йылға иркенән мәхрүм ителә. Ғүмер ҡояшы ҡотолғоһоҙ байыуға ыңғайлаған, етмәһә, ғәрип кешенең билдәләнгән срокты тултырып сығасағы, унан да бигерәк алған һабаҡтарының киләһе тормошонда ниндәйҙер файҙа килтерәсәге шикле. Иң аяуһыҙы – иректә уны бер кем дә көтмәй.
Йәш сағында Ниғмәтулла ла яҡты уй-ниәттәр менән юғары уҡыу йортона инеп, артабанғы тормошон файҙалы һәм һөҙөмтәле үткәрергә пландар ҡорғандыр, өйләнеп, ҡыҙ һәм ир балаға ғүмер биреп, ҡартлыҡ көнөндә бәхет-шатлыҡтарға күмелеп йәшәргә ниәт иткәндер. Тормош юлдашы Наиләгә лә, моғайын, яратып өйләнгәндер. Әммә бағлаған өмөттәр селпәрәмә килә: Ниғмәтулла эскелеккә һалыша, “ҡырын тейәгән” саҡтарында холоҡһоҙлана, ҡатынына ҡул күтәрергә лә оялмай, төрмәлә ултырып сыҡҡандан һуң өсөнсө төркөм инвалидына әүерелә. Наиләне иһә ғаилә тормошо уныҡынан да әсерәк, ғазаплыраҡ яҙмышҡа дусар итә: ҡатын яман шеш сиренә тарый, дауаланыу ярҙам итмәй, хәле ауырайғандан-ауырая, һәм ул холоҡһоҙ иренән ҡасып, ҡыҙы янына күсеп йәшәргә мәжбүр була. Артабан да ҡыҙы ғаиләһендә йәшәүен дауам итһә, бәлки, бәхетһеҙ ҡатын теге донъяға ваҡыты еткәс китер ине лә…
Ауылда яңғыҙы көн иткән Ниғмәтулла көтмәгәндә күп йылдар бергә ғүмер иткән ҡатынын йәлләпме, әллә башҡа уй-ниәт менәнме, ауырыуҙы үҙе ҡарап-тәрбиәләргә теләүе тураһында белдерә. Үҙаллы хәрәкәт итеүҙән мәхрүм әсәһен өйгә күтәреп индергән улы һәм бер ауылдашы менән был осрашыуҙы “йыуалар”. Эсенә иҫерткес эсемлек инеү менән холҡо ҡырҡа үҙгәргән Ниғмәтулла улы ишектән сығып киткәс тә, күрше бүлмәлә ауырыуға ҡаршы көрәшеп ятҡан Наилә янына килә һәм… енси яҡынлыҡ ҡылырға тәҡдим яһай.
Кемдә нимә ҡайғыһы! Сикһеҙ дәрәжәлә нәфрәтләнгән меҫкен ҡатын, әлбиттә, баш тарта, сөнки һыҙланыуҙар уға бер минут та тынғылыҡ бирмәй. Китәләр әрләшеп: ир кеше, һин, моғайын, СПИД йоҡторғанһыңдыр, тип бәйләнһә, ҡатын иһә, мин юҡ саҡта һин бында ҡатындар алып килгәнһең, тигән шиген алға һөрә.
Иҫереүе еткән Ҡолгилдин, һәр ваҡыттағыса, аяҡ-ҡулдарын эшкә ҡушып, меҫкен ҡатынды туҡмай башлай, саманы онотоп, күрәһең, ҡулына бысаҡ ала ла төрлө урындарын сәнскеләргә керешә, муйынына ла эләктерә. Бер аҙҙан кире әйләнеп килгән улдары ҡан эсендә ятҡан әсәһенең йәнһеҙ кәүҙәһен күреп, телһеҙ ҡала. Атай кеше йәшермәй, ҡатынын үҙе үлтереүен таный.
Был йән өшөткөс ваҡиғанан ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Кеше ғүмеренең баһаһы, әхлаҡи һәм хоҡуҡи нигилизмдар кеүек киң таралған күренештәр тураһында фәлсәфәгә бирелмәй генә, шуны әйтке килә. Ике, бәлки, ҡапма-ҡаршы ҡиммәттәргә табынған, донъя көтөүгә ҡараштары бөтөнләй айырылған бәхетһеҙ кешеләр ғаилә ҡороп, оло тормош хатаһы ҡылған. Олоғая килә йәшлек хатаһы танылып, ҙур үкенес тойғоһо барлыҡҡа килә лә төрлө ығы-зығы һәм талаштарҙан һуң нәфрәткә әүерелә, көсәйә бара. Шулай булмаһа, ғүмеренең һуңғы минуттарында меҫкен ҡатын бергә ғүмер кисерергә мәжбүр булған ирен ҡарғар, уға үлем теләр инеме ни!
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).