Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Января 2020, 18:15

Рәсәй Хөкүмәте отставкаға китте

Дмитрий Медведевҡа ниндәй вазифа тәҡдим ителәсәк?

Бөгөн тағы бер ҙур яңылыҡ билдәле булды – Рәсәй Хөкүмәте тулы составта отставкаға китте.
Премьер-министр Дмитрий Медведев фекеренсә, бөгөн Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә бәйле тәҡдиме янында Хөкүмәттең отставкаға китеүе - дөрөҫ ҡарар. Был турала ул Владимир Путиндың министрҙар кабинеты менән осрашыуы мәлендә белдерҙе.
- Бөгөн бөтәбеҙ ҙә Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен тыңланыҡ. Владимир Владимирович илдә киләһе йылдарҙа буласаҡ мөһим бурыстарҙы билдәләне, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Конституцияһына индереләсәк фундаменталь үҙгәрештәр тураһында ла әйтте, - тине Дмитрий Медведев.
Уның һүҙҙәре буйынса, был үҙгәрештәр ҡабул ителһә, Конституцияның статьяларына ғына түгел, ә, дөйөм алғанда, власть балансына ҙур үҙгәрештәр индерәсәк. Бында һүҙ башҡарма, ҡануниәт һәм суд власы тураһында бара.
- Рәсәй Хөкүмәте булараҡ, илебеҙ Президентына бының өсөн кәрәк булған барлыҡ ҡарарҙарҙы ҡабул итеү мөмкинлеге бирергә тейешбеҙ. Бындай шарттарҙа, Конституцияның 117-се статьяһына ярашлы, Хөкүмәт отставкаға китә, - тине ул.
Владимир Путин кабинет ағзаларының һәр береһенә рәхмәт әйтте һәм яңы Хөкүмәт булдырылғансы үҙ бурыстарын тулы кимәлдә үтәүҙе һораны.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Дмитрий Медведевҡа Именлек Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итәсәктәр.
Әлеге Хөкүмәт 2018 йылдың 18 майында формалашҡайны. Уның составында рәйестең ун урынбаҫары, шул иҫәптән бер вице-премьер, һәм 22 министрлыҡ бар.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас