“Берҙәм Рәсәй” Мөрәжәғәтнамәнең бөтә положениеларын, яҙғы сессияға закон проекттары буйынса эшмәкәрлек планын ентекле тикшереү һәм Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы өсөн бурыстар ҡуйыу өсөн Министрҙар кабинеты менән осрашыу үткәрәсәк. Хөкүмәттең финанс блогына 2020 йылға һәм 2021, 2022 йылдарҙың план осорона федераль бюджетҡа төҙәтмәләр индереү өсөн анығыраҡ иҫәп-хисаптарҙы башҡарырға тура киләсәк”, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак.
Уның әйтеүенсә, Мөрәжәғәтнамә федераль, төбәк, муниципаль власть кимәлдәре алдында торған бурыстарға һәм эске көн тәртибенә иғтибарҙы йүнәлтте.
“Төп урында кеше, ғаилә, уларҙың именлеге тора. Мөрәжәғәтнамәлә дәүләт башлығының шәхси ҡиммәттәре аныҡ сағыла. “Берҙәм Рәсәй”, Путиндың партияһы булараҡ, уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашасаҡ. Әлегә тиклем беҙ тәҡдимдәребеҙҙе ебәрҙек, уларҙың бер өлөшө Президент тарафынан яңғыратылды”, – тине Турчак.