Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Января 2020, 12:40

Ни эшләнең һин, атай кеше?!

Талашҡандан һуң улы ҡайтырға тип сығып китә, тик өлкән кешенең үпкәһе бигерәк ҙур була, күрәһең. Ул өйҙән бысаҡ ала...

Әллә ниндәй заман килде. Ваҡ-төйәк низағтар ҙа үлем йә ауыр йәрәхәттәр менән тамамлана башланы. Ә инде атай кешенең үҙ балаһын үлтереүе башҡа һыймаҫлыҡ.
Ҡот осҡос ваҡиға кисә Өфөлә теркәлә. Таң менән 49 йәшлек атай менән уның 26 йәшлек улы араһында көнкүреш нигеҙендә низағ сыға. Талашҡандан һуң улы ҡайтырға тип сыға, тик өлкән кешенең үпкәһе бигерәк ҙур була, күрәһең. Ул өйҙән бысаҡ ала ла фатирҙан сығып киткән улын лифт янында ҡыуып тота һәм күкрәгенә сәнсә. Әйтергә кәрәк, был ваҡытта атай кеше иҫерек була.
Йәрәхәттәрҙән йәш ир урында йән бирә. Уның янында булған таныштары полиция менән табиптар саҡырта.
Әле баш ҡаланың Киров районы буйынса Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ир ҡулға алынған.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.
Читайте нас