“Бер эшкә лә тотонма – был аҡыллылыҡтың тәүге билдәһе; әгәр тотонғанһың икән, уны ахырынаса еткер – ошо аҡыллылыҡтың йәнә бер билдәһе”.
Яҙмышыбыҙ хаҡында уйланмай булмай
Дәүләт, уның менән идара итеү алымдары, сәйәси-иҡтисади система, иң юғары хакимдың эш стиле, уның ил халҡына мөнәсәбәте, донъя йөҙөндәге абруйы, эргә-тирәһендәге ярандары – ошоға оҡшаш бихисап фекер, бәғзе ваҡыт имеш-мимеш төҫөн дә алып, оло һәм кесерәк етәкселәрҙе һәр саҡ даими оҙатып йөрөй. Был, моғайын, ҡотолғоһоҙ күренештер.
ХХ быуат баштарында Рәсәй империяһы хөкүмәте етәкселәренең береһе булып ҙур ғалим һәм дәүләт эшмәкәре граф Сергей Юльевич Витте эшләгән. Әгәр һанай китһәң, уның ил алдындағы хеҙмәттәренең аҙағына сығырлыҡ түгел. Идаралыҡҡа ул крәҫтиәндәрҙең общинанан үҙ ихтыяры менән сыға алыуы, сословиеларҙың айырымланыуын бөтөрөү, эшҡыуарҙарҙың хөкүмәт менән хеҙмәттәшлеге тураһында һәм башҡа тәҡдимдәр индергән.
“Байлыҡ һәм илдең иҡтисади, ә шуның арҡаһында күп йәһәттән сәйәси ҡеүәте етештереүҙең өс факторы менән бәйләнгән: тәбиғәт байлыҡтары, матди һәм интеллектуаль капитал, йәнә – хеҙмәт”.
Тәүге ҡарамаҡҡа, графтың фекерҙәрендә ярылып ятҡан яңылыҡ та юҡ һымаҡ. Уратыбыраҡ уйлаһаң, Рәсәй Федерацияһы етәкселәренең илдең һуңғы ике тиҫтә йыл дауамындағы эске сәйәсәте юғарыла әйтелгән факторҙарҙы бер бөтөн итеп төйнәүгә, тәбиғәт бүләк иткән ғәжәйеп хазиналар уртаһында ла төп халыҡтың фәҡирлектә көн күреүенә сик ҡуйыуға йүнәлтелгән кеүек. Был әллә ошоғаса бойомға ашырыла килгән эске сәйәсәттең төп асылын аңлап етмәүҙәнме йә иһә көтөп-көтөп тә, ғәмәлдә күреү яҙмаған хыялдарҙың ысын булыу ихтималын һиҙемләүме?
Сыңғыҙ Айытматовтың “Кассандра тамғаһы” исемле тәрән фәлсәфәүи-этик һығымталар тулы романында, гонаһлы ерҙән ваз кисеп, Йыһан карабында ҡалырға ҡарар иткән Филофей-монах әле әсәһе мөхитендә генә ғүмерен башлаған, донъяға килеп тә өлгөрмәгән сабыйҙың уны кешеләр араһында нимә көтөүен һиҙемләүе хаҡында әйтә.
Ижадсы ҡәләме осонан тамған фекер ни дәрәжәлә ысынбарлыҡта тәҡрарлана алыуын тере йәндең физиологияһына, психикаһына ҡағылышлы фәндәргә маһирҙар әйтһен. Иллә бөгөн ерҙә йәшәү яҙмышы төшкән беҙ ошо мәлдәге көнитмешебеҙ, иртәгә ниҙәр күрәсәгебеҙ тураһында уйланмай булдыра алмайбыҙҙыр.
Ҡаужыған йәнгә нимә кәрәк?
Владимир Путиндың Рәсәй тарихында ниндәй эҙ ҡалдырыуы тураһында йомғаҡлап ҡына һығымта яһау әлегә иртәрәктер. Халыҡ менән йыш аралашыуы ил башының кешеләргә эс-бауырын тотошлай аса һалып барыуын аңлатмайҙыр. Хатта иң юғары хакимлыҡҡа күтәрелгәс тә, Путин сәйәсәттәге урынын һәм тормоштағы ҡиммәттәрен йәмәғәтселеккә самалап ҡына еткерә килә. 1999 йылдың 31 декабрендә Борис Николаевич Ельцин, ниһайәт, властан китеүе һәм президент вазифаһын атҡарыуҙы Владимир Владимирович Путинға тапшырыуы тураһында халыҡҡа еткергәс, сит дәүләттәрҙең киң мәғлүмәт сығанаҡтарында “Who is mister Putin?” тигән һорау тәбиғи рәүештә хасил булһа, үҙ илебеҙҙә лә “Кем һеҙ, Путин әфәнде?” тиеүселәр күп булғандыр. Хәйер, ошо һүҙҙәр егерме йылдан һуң да бәғзеләребеҙҙең тел осонан ысҡынырға тормаймы ни?
Тормош һәм эшмәкәрлек доктринаһының йәмғиәткә башкөллө асылып еткерелмәүе Путинды, әле булһа, күҙ күремендәге етәксе булыу менән бергә, билдәһеҙ, абстракт, хатта хикмәтле шәхес рәүешендә ҡалдыра. Доктринаға йәнә әйләнеп ҡайтҡанда, ул ҡулланыу мөҙҙәте еткән ваҡытта ғына ысынбарлыҡ төҫөн ала. Владимир Владимирович оло вазифаларға түбәндән, төрлө хеҙмәттәр һәм шулай уҡ төрлө тәрбиәселәр аша килһә лә, дәүләт менән идара итеү ғилемен ошо дәүләтте яңыртып төҙөү барышында ныҡлап үҙләштерә алды.
Ысынлап та, ил башлығы өсөн ғилем дә, таҫыл да артыҡ түгел. Һәм ул ошо сифаттарҙы, ҡалын-ҡалын китаптар менән бергә, тынғыһыҙ, һәр саҡ ниҙер көткән, үҙ мөхитендә һанап бөткөһөҙ рухи ҡиммәттәр һаҡлаған, талапсан да, сабыр ҙа, миһырбанлы ла халыҡтан ала. Шул уҡ ваҡытта Путиндың халҡы менән хәбәрләшеүе “тура бәйләнеш”, “ҙур матбуғат конференциялары”, “йәмәғәтселек менән осрашыуҙар” менән генә сикләнһә, ошо сараларҙың бәғзе берәүҙәр өсөн шәхси йомоштарын йомошлау ҡоралына әүерелһә, был сәйәси системаның көйләнгәнлеге, яҙлыҡмай эшләргә һәләтлелеге тураһында һөйләмәй. Путин хакимлыҡҡа килеп, идара итеү вертикален, йәғни властың терәген, тәртипкә килтергәс, ул таянысты тәрән ҡатламдарҙан нефть сығарыу өсөн быраулаусы скважинаға оҡшатыусылар булды. Һәм был метафора асылында дөрөҫтөр ҙә.
Хоҙай биргән ғүмер эсендә күргән яфаларҙан, сир-сырхауҙарҙан ҡаужыған тәнгә лә, йәнгә лә нимә кәрәк? Әлбиттә, дауа, яҡындарыңдың ихлас мөғәмәләһе һәм, иң мөһиме, дәүләттең үгәйһетмәүен тойоу һәм күреү.
Ҡамау эсендә халыҡтың рухы шиңмәйме?
Йылын-айын аныҡлау, бәлки, мотлаҡ та түгелдер, әммә ил тарихына битараф булмаған кешеләрҙең хәтере яңылышмаҫ. Бер осорҙа, айырыуса Ельцин һәм уға эйәреп килгән “демократтарҙың” власта нығынған йылдарында илебеҙҙе донъяла һанға һуҡмау, кәмһетеү көсәйгәйне. Хәйер, англосакстар дәртләндереп торған был “традиция” хәҙер ҙә юғалырға уйламай.
Мәсьәлә, әлбиттә, ил менән идара итеү формаһына һәм дәүләт хакимлыҡ органдары, иҡтисад, улар араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡағыла. Беҙҙең етәкселәр, шул иҫәптән президент та, сит-яттарҙы, уларҙың Рәсәйгә ниндәй мөнәсәбәттә булыуына ҡарамаҫтан, партнер, йәғни уҙаҡташ, ҡулдаш тип кенә атай. Борис Николаевич “батша” тип йөрөтөлгән һәм Рәсәй тамам йөгөнөкләгән йылдарҙа беҙ хас дошмандар өсөн дә яҡшатлы булдыҡ, ә уларҙың лидерҙары, Ельцин телендәгесә, “Гельмут дуҫ”, “Рю туған”, “Билл иптәш” ине. Был “туғандар” хәҙер ҡайҙа?
Мәшһүр ғалим, дәүләт эшмәкәре, дипломат һәм журналист Евгений Максимович Примаков күп хеҙмәттәрендә Рәсәй етәкселәренең бер ҡатлы вайымһыҙлығы, хатта ғәмһеҙлеге тураһында әсенеп яҙҙы. Шул ғәмһеҙлек, дошмандарҙың ике йөҙлөлөгө менән ҡушылып, илебеҙгә баһалап бөткөһөҙ зыян килтерҙе. Бындай енәйәти сәйәсәттең йөҙөн беҙ Владимир Путин ил етәкселегенә килгәс кенә күрә һәм бер ни тиклем аңлай башланыҡ.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, Көнбайыштан саҡырылып, Рәсәйҙең иң тыйыулы урындарында ла эркелеп йөрөгән “кәңәшселәр” ғәмәлдә беҙгә ярҙам йөҙөнән түгел, бәлки, илебеҙҙе колониаль биләмә итеү маҡсаты менән янғандыр. Шунһыҙ Америка Ҡушма Штаттарынан килгәндәрҙең Хөкүмәт аппаратында, именлек хеҙмәтендә, тышҡы разведкала, таможняла, һалым хеҙмәтендә төпләнә алыуын нисек аңлатмаҡ кәрәк?
Үҙ белдегебеҙсә баҙар иҡтисадына ынтылған булабыҙ. Ысын мәғәнәһендәге баҙар иҡтисадына һәм, ғөмүмән, йәмғиәт өсөн дә хоҡуҡҡа, ышаныслы демократик ғәмәлдәргә таянған көслө дәүләт хәүефле түгел. Киреһенсә, хатта һәйбәт ниәттәр менән дә хужалыҡҡа, ил, йәмғиәт тормошоноң бүтән өлкәләренә ҡыҫылырға маташҡан көсһөҙ дәүләт ҡурҡыныс. Ҡушма Штаттарҙың легендар етәксеһе Франклин Рузвельт: “Көслө, эшлекле дәүләт һис ҡасан да диктатура түбәнселегенә төшмәй. Диктатура һәр саҡ көсһөҙ һәм булдыҡһыҙ хакимлыҡҡа ғына алмашҡа килә”, – тигән. Әйткәндәй, был раҫлауҙың иҫкергәне юҡ.
Көнбайыштың һәр һүҙен һәм ғәмәлдәрен дөйөмләштереп һығымта яһағанда, шуны аңларға мөмкин: уларса, Рәсәйҙең суверенитеты фәҡәт ябай “ядро суверенитеты” ғына булып ҡалырға тейеш. Ә әүәлге Советтар Союзына ингән һәм хәҙер мөстәҡиллек алған республикаларҙың һәр ҡайһыһы йә Европа, йә Америка, йә Көньяҡ системаларына һөйкәлергә бурыслы. Был Рәсәй етәкселегенең, халыҡ-ара мәсьәләләр менән шөғөлләнеүҙән баш тартып, фәҡәт ил эсендәге проблемаларға ғына күҙ төбәп ҡалыуын аңлата. Көнбайыштың төп тезисы шунан ғибәрәт: “Рәсәйҙең мәнфәғәттәре уның сиктәренән сыҡмаҫҡа тейеш. Ошондай шарттарҙа ғына ул легитимлы (йәғни танылған) сәйәси субъект тип иҫәпләнә ала”.
Владимир Путин, Көнбайышта ла, үҙебеҙҙә лә мәғлүм булыуынса, демократ-президент түгел. Һәм беҙҙең суверенитет ядро арсеналы менән сикләнәме-юҡмы, Рәсәй Федерацияһын төп ҡоралынан яҙҙырырға тырышыу йә иһә һәр төрлө “төҫлө” инҡилаптарға өмөт тотоу нигеҙһеҙ.
Юғарыла әйтелгәнсә, бер осорҙа илебеҙҙе донъяла һанға һуҡмау, түбәнһетеү (ядро ҡоралына эйә иң ҡеүәтле дәүләттәрҙең береһен!) көсәйгәйне. Президент шуны тиҙ аңланы: хәҙерге хаяһыҙлыҡ заманында залимдар фәҡәт көс телен генә аңлай. Гуманлылыҡ, игелеклелек, мәрхәмәтлек көсһөҙлөк тип һанала. Был йәһәттән Путиндың Алмандағы бундестагта немец телендә сығыш яһауы, 2007 йылда Мюнхендағы телмәре, Генераль Ассамблеяла бәғзе “партнерҙарҙың” ике йөҙлө, мәкерле сәйәсәтен фашлауы илебеҙ өсөн һүрелә башлаған ғорурлыҡ тойғоһон терелтә биреп кенә ҡуйманы, бәлки Рәсәйҙең киләсәге өсөн өмөт тә уятты.
Ғәмһеҙҙәр йыйнаҡ йәшәй алмай
Бик күптәр иһаһайлап ғүмер үткәреүҙе хуп күргән заманда бурыс, талап, яуаплылыҡ тураһында һүҙ ҡуҙғатыуҙың мәғәнәһе бармы икән? Хәйер, был төшөнсәләргә мөнәсәбәт һәр кемдең үҙ намыҫында инде.
Владимир Путин президентлыҡ вәкәләттәренә эйә булғанда, ил эсендәге һәм ғөмүмән донъялағы шул замандарҙағы ваҡиғаларҙы хәтер иләге аша үткәрә башлаһаң, йоҡоларың осоп, ашар ашыңды ла онотоп, ни хәл итеп ҡарарға тип үртәлерһең. Гүйә, бар донъя дәүләттәр һәм халыҡтар яҙмышын үҙ белдегенсә борорлоҡ, Аллаһ Тәғәлә вәкәләттәренә эйә булған, күҙ һәм аң етмәҫлек тәхеткә ултырған кемдеңдер ихтыярына буйһоноулы хәлгә ҡалды. Ҡушма Штаттарҙан бүтән милли дәүләттәрҙең бер генә мәсьәләне лә үҙаллы хәл итә алмауына шаһит булғанда, йәнәһе Ротшильд, Рокфеллерҙар һымаҡ супербайҙар, Киссинджер кеүек суперсәйәсмәндәр ингән серле лә, шомло ла донъя идараһының, Бильдерберг клубының ысынлығына һәм сикләнмәҫ мөмкинлектәренә ышана ла башлайһың.
Рәсәйҙең илһөйәр хакимдары бихисап быуаттар буйы дәүләттең биләмәләрен мөмкин ҡәҙәр киңәйтеп, рус еренә яҡын ҡәүемдәрҙе, уға тартылғандарҙы – үҙ ирке менән, ҡыйшанлағандарҙы – дәртләндереп, тупларға тырышҡан. Һәр хәлдә, Рәсәйҙең иркенәйеүен, хисапһыҙ тәбиғи байлыҡтарға эйә булыуын һүҙ ыңғайында ғына баһалау ярамаҫ ине.
Владимир Путин биләмәләрҙе киңәйткән һәм дәүләтте бер урынға йыйған Рәсәй хакимдарының ватансылыҡ эшен дауам итеүсе тип һанала алалыр. Иосиф Сталиндан һуң, Никита Хрущевтан башлап оло илде һәр тарафтан йолҡҡолау, мөнтәү һис ҡасан да туҡтаманы. Фиҙакәрлек, ҙур ҡорбандар менән табылған, яуланған, үҙләштерелгән ерҙәр, утрауҙар, диңгеҙҙәр, илдәр, порттар күршелек, ялған дуҫлыҡ, дипломатик йылмайыу хаҡына, үҙ халҡыңдың фекерен дә һорап тормай, ҡыҙмаса хәлдәге сауҙәгәр ауанлығы менән теләгән берәүҙең ҡулына тапшырылды. Владимир Владимирович был башбаштаҡлыҡҡа сик ҡуйҙы һымаҡ, әммә юғары дәрәжәләге килешеүҙәрҙе, имзаларҙы юйып ташлау, юғалғанды юллап кире ҡайтарыу әмәлдәре генә, күреүебеҙсә, юҡ.
Беҙҙе йонсотҡан бәләләрҙең береһе – тарҡаулыҡ һәм күп ватандаштарыбыҙҙың холҡонда тамырланып өлгөргән нигилизм. Һәм, “изм”дарға киткәс, эгоизмды ла өҫтәйек. Путин, әйткәндәй, һәр йылғы мөрәжәғәтнамәләрендә, халыҡ менән күп һанлы осрашыуҙарында ошо мәсьәләләргә рәсми тел менән дә, төртмәле, шаяртыу рәүешендә лә туҡталмай ҡалмай. Әгәр дәүләт мәнфәғәттәрен өйө тупһаһынан ашатлап уйларлыҡ кеше булһа, ул, аң-тоңдо белмәй, мәҫәлән, яңы завод төҙөүгә, уның әле сығып та өлгөрмәгән төтөнөнә ҡаршы яр һалып йөрөмәҫ ине. Беҙ бит ҡатын-ҡыҙға йылмайып ҡарауҙы ла бәйһеҙлеккә һанаған, шуның өсөн шаулашып урамдарға һибелгән, туйып һикергән американдар, француздар йә итальяндар түгел.
Рәсәйҙә президентҡа ла, халыҡҡа ла сағыштырғыһыҙ етдиерәк мәсьәләләр тәҡәт таптырмай. Ямғыр яумай торһа ла, өй алдында ут һүнһә лә, юлдарҙа соҡор-саҡыр күбәйһә лә, хатта берәй ихатала әтәс мәлендә “кикрикүк”ләмәһә лә ил башына мөрәжәғәт итеп бармайыҡ инде, йәмәғәт. Етәксе кеше лә – һәр төрлө хис-тойғоларҙан, арыу-талыуҙарҙан, михнәт-яфаларҙан азат булмаған әҙәм балаһы. Яуаплылыҡ, йыйнаҡлыҡ кеүек ябай, әммә мөһим сифаттар – үҙебеҙҙән.
...Америка яҙыусыһы Дэвид Фрайҙың: “Президенттарға ғәфү үтенеүҙең хәжәте юҡ”, – тигән һүҙе бар. Тәкәббер американдар президенттарын йыуынды менән ҡойондора, хатта вазифаһынан ҡыуған саҡтары ла була. Унда – бүтән донъя, беҙҙең өсөн ят, ҡабул ҡылмаҫлыҡ ғәҙәттәр. Бындай “демократия” Рәсәйҙә оялай күрмәһен.
“Власть – өҫтөнлөк түгел, ә йөк кенә”, – тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәрҙер, моғайын. Рәсәй ысынбарлығында ул һәр көн раҫлау таба килә. Ошо ваҡыттарҙа президентҡа беҙҙең аңлауыбыҙ, теләктәшлегебеҙ кәрәк. Шунһыҙ аҡыллы, белемле, тәжрибәле етәкселәр ҙә таянысын юғалта.
Ҡолон тояғына – ҡом терәк,
Ҡара* кешегә – мал терәк,
Халыҡ тиккә генә былай тип һүҙ ҡатмаҫ.
*Ҡара – донъя мәшәҡәттәре менән йөрөүсе эш кешеһе.