“Башинформ” агентлығында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында социаль әһәмиәтле һәм кеше хоҡуҡтарын, иркен яҡлау өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса беренсе конкурс йомғаҡтары барланды. Уның эшендә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, “Беҙҙең балалар” хәйриә фонды директоры Ольга Власова, Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, “Позитив мөхит” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Артур Ғилманов ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, конкурс Рәсәй Президентының 2019 йылдың 30 ғинуарындағы Указына ярашлы, Президент гранттары фонды тарафынан үткәрелә.
2020 йылдың беренсе конкурсына илдең 85 төбәгенән, һигеҙ меңгә яҡын коммерцияға ҡарамаған ойошманан туғыҙ меңдән ашыу проект килгән. 21 февралдә уның еңеүселәре билдәле булды. 2017 еңеүсе 4,1 миллиард һумлыҡ грант алды.
Башҡортостан был исемлектә – алдынғыларҙың береһе, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 57 проекты 56 миллион 293 мең суммалыҡ грант отто. Еңеүселәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында Башҡортостан – икенсе, гранттар суммаһы буйынса бишенсе урынды яуланы.
Проект йүнәлештәренә килгәндә, конкурста ҡатнашыусылар сәләмәтлек һаҡлау, сәләмәт тормош, социаль хеҙмәтләндереү, халыҡты социаль яҡлау, фән, мәғариф өлкәләрен һайлаған.
Шуныһы айырыуса һөйөнөслө, мәртәбәле бәйгелә 19 муниципалитеттың проекттары еңеүселәр араһында. Райондарҙағы ойошмалар ҙа гранттарҙың ни тиклем отошло, яуаплылыҡ йөкмәткән ғәмәл икәнлегенә инана бара.
Иң ҙур грантты – биш миллион һумға яҡын аҡсаны республиканың “Содействие” төбәк йәмәғәт ойошмаһы алды. Ул инвалид балаларға иртә медицина һәм социаль ярҙам сараларын көсәйтеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы проект булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар икенсе конкурстың старт алыуын, 26 февралдән 31 мартҡа тиклем ун өс йүнәлеш буйынса заявкалар ҡабул ителеүен белдерҙе. Тәжрибәнән сығып, проекттар әҙерләүҙәге, раҫлауҙағы һәм грант яулағандан һуң тапшырылған отчеттарҙағы күҙәтелгән етешһеҙлектәр тураһында кәңәштәр бирелде.
Кемдер федераль кимәлдәге конкурста ҡатнашыуҙан ҡурҡа, тотонорға баҙнат итмәй, икенселәр тәү тапҡыр ҡатнашҡандан һуң еңеүселәр иҫәбенә эләкмәһә, күңеле төшөп, ҡабат бәйгелә ҡатнашыуҙан ваз кисә. Ольга Панчихинаның әйтеүенсә, ҙур мөмкинлектәргә эйә булған, әммә әлегә тейешенсә файҙаланылмаған һәм баһаланмаған йүнәлештәр ҙә етерлек. Шуларҙың береһе – йәш таланттарға ярҙам, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү йүнәлештәре.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы яңылыҡ: фонд теркәлгән мәктәптәр ҙә федераль конкурста ҡатнашып, грантҡа дәғүә итә ала. Тәүге “ҡарлуғас” та бар. Черниковкалағы 58-се лицейҙа ойошторолған ата-әсәләр фонды үҙ мөмкинлектәрен баһалап ҡараған һәм ярты миллионлыҡ грант отҡан. Йүнәлеш тә заманса – “Һанлы иҡтисад”.
Ошоғаса бер тапҡыр ҙа бәйгелә ҡатнашмаған муниципалитеттарҙы йәлеп итеп, тәжрибә туплау өсөн эште бәләкәйерәк гранттарҙан башлау теләге әйтелде, сөнки гранттар ҙурмы-бәләкәйме, улар ошо биләмәләрҙәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Бындай мөмкинлектәрҙе файҙаланмау егетлек түгел, ҡулыңа ҡармаҡ тотторалар икән, уны һис һүҙһеҙ табыш алыу өсөн ҡулланырға кәрәк, тигән теләк тә белдерелде.
Ә ни өсөн проекттарҙың күбеһе үҙен иҫбатлай алмай, эксперттар тарафынан баһаланмай? Был һорауға ла конференцияла ҡатнашыусылар асыҡлыҡ индерҙе. Проект сифатлы, маҡсаты аныҡ, темаһы көнүҙәк, бурыстар теүәл билдәләнгән булыуы шарт. Йыш ҡына тап ошо талаптарҙың үтәлмәүе арҡаһында уңышҡа өлгәшелмәй. Кемдәндер проектты аҡса түләп эшләтеүҙең һөҙөмтәһе юҡлығына ла инандырҙы етәкселәр. Проблемаға үҙеңә үтеп инергә, унан ниндәй һөҙөмтә көтөүеңде асыҡ күҙ алдына килтереү мөһим. Ни өсөн һинең заявкаң башҡаларҙыҡынан өҫтөнөрәк, проектың менән кемгә ярҙам итергә өмөтләнәһең? Ошо тәңгәлдә насар күргән һәм һаңғырау уҡыусыларҙың проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән проекттың ни өсөн уңыш яулауы миҫалға килтерелде. Заявка биреүсе инвалид балаларҙың математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын бирә алмауын күҙ уңында тотоп, ошо категорияға нисек ярҙам итеү, ауыр бирелеүсе предмет буйынса курстар ойоштороу мәсьәләһен күтәргән. Был бит, ысынлап та, бөтә Рәсәй өсөн “күтәрелмәгән сиҙәм”!
Проекттың бурысы менән уны тормошҡа ашырыуға иҫәпләнгән бюджеттың ярашыуы, отчеттарҙың ваҡытында тапшырылыуы ла бик мөһим.
Рәсәйҙә берҙән-бер “Минең профессиям – пилот” тип аталған проекттың авторы Сергей Минеғолов уҡыусыларҙы һәм кадеттарҙы бөтә тейешле ҡорамалдары булған бәләкәй авиация уҡыу үҙәгендә һөнәргә өйрәтеү бурысын күтәргән. Ошо маҡсатҡа 2 миллион 450 мең һум аҡса тотоноласаҡ. Иппотерапия буйынса проект та, Рәсәйҙә уңыш яулап, 1,8 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булған.
Күрҙегеҙме инде, федераль кимәлдәге конкурста ҡатнашып күпме изгелек ҡылырға, мохтаждарға ярҙам итергә мөмкин, бары йыбанмаҫҡа, әүҙемерәк булырға кәрәк. “Кемдән ярҙам һораһағыҙ – уның тиңдәше булырһығыҙ, кемгә изгелек күрһәтәһегеҙ – уның әмире булырһығыҙ”, – тип ҡасандыр әйтеп ҡалдырған аҡыл эйәһенең кинәйәле һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар. Әмир булмаһаҡ та, тирә-яғыбыҙҙы тағы ла йәмлерәк, кешеләрҙе бәхетлерәк итеү өсөн һәр беребеҙ нимәлер эшләй ала. 1 марттан проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса эш башлана.
Әгәр ҙә конкурста ҡатнашырға теләүселәр булһа, проектығыҙҙы тотоп, Өфөләге Ресурс үҙәгенә һәр йома кәңәшкә килә алаһығыҙ (Зәки Вәлиди урамы, 40, каб 416). Һәр йома эксперттар, район һәм ҡалаларға сығып, семинарҙар үткәрәсәк. 8 (347) 218-12-52 телефоны аша консультация алырға мөмкин.