Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Апрель 2020, 15:30

“Иғтибар муниципалитеттарға йүнәлтеләсәк”

Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты, иҡтисади фәндәр докторы Александр ДЕГТЯРЕВ Рәсәй Конституцияһына индерелергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр хаҡында түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты, иҡтисади фәндәр докторы Александр ДЕГТЯРЕВ Рәсәй Конституцияһына индерелергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр хаҡында түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
“Конституцияның 132-се статьяһына үҙгәрештәр индерелгән хәлдә, муниципаль берәмектәргә ҙур иғтибар йүнәлтеләсәк (1-се һәм 2-се өлөштәргә - үҙгәрештәр, 3-сө бүлеккә өҫтәмәләр индерелеү күҙаллана).
Ошоға бәйле Ил Президенты Рәсәй Хөкүмәтенә 2021 йылдың 1 октябренә тиклем урындаға үҙидара органдары өлкәһендәге яңы дәүләт сәйәсәтенең проектын әҙерләргә бойорҙо. Башҡортостанда ла ошо өлкә буйынса 2030 йылға тиклемге төбәк концепцияһын әҙерләргә кәрәк буласаҡ.
Шулай итеп, 132-се статьяға индереләсәк үҙгәрештәр властың төбәктәргә йүнәлешле булыуына ишара яһай. Һүҙ урындағы үҙидара органдарын федераль башҡарма власть вертикаленә индереү хаҡында бара.
Әлеге ваҡытта муниципаль үҙидара органдары власть вертикаленә ҡарамай. Бәғзе белгестәр фекеренсә, хасил булған статус-квоны конституцион йәһәттән легалләштереү фарыз. Муниципаль үҙидара системаһы дәүләт власы системаһына әүерелмәйәсәк, әммә дәүләт власының берҙәм системаһы төшөнсәһе хасил буласаҡ, уға дәүләт власы ла, муниципаль үҙидара тармағы ла инәсәк.
Урындағы үҙидара системаһын дәүләт власы органдары иерархияһына интеграциялау тураһында күптән һөйләйҙәр. Улар фекеренсә, проблема нигеҙендә, муниципаль үҙидара тармағы вәкәләттәренең кимәле һәм күләменең улар ихтыярында булған ресурстар менән тап килмәүе ята. Күпселек муниципалитеттар дотациялы булып ҡала, шулай итеп уларҙың вәкәләттәре ҡаҙна саралары менән нығытылмаған һәм уларҙы ҡаҙнаға инеүсе саралар менән генә тормошҡа ашырыға мөмкин. Был үҙ сиратында бюрократик эҙемтәләргә килтерә (аҡсаларҙы маҡсатҡа ярашлы тотонмау, ваҡытында ҡулланылмаған финанстарҙы кире ҡаҙнаға ҡайтарыу, коррупцион мутлашыуҙар һәм башҡалар). Сәйәсмәндәр фекеренсә, ошо кире күренештәрҙе муниципаль үҙидара тармағын дәүләт власы структураһына индереп бөтөрөргә мөмкин.
133-сө статьяға индереләсәк үҙгәрештәр иһә урындағы властарға өҫтәмә финанс гарантиялары бирә.
Быға тиклем муниципаль үҙидара тармағына “дәүләт власы органдары ҡабул иткән ҡарарҙар һөҙөмтәһендә хасил булған өҫтәмә сығымдарға” хоҡуҡ гарантияланған ине. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, дәүләт власы ҡуйған бурыстарҙы үтәү өсөн (мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөү һәм башҡалар) артыҡ сығымдар ҡаплана ине.
Төҙәтмә иһә икенсерәк тәғлимәт тәҡдим итә: муниципалитеттарға “муниципаль үҙидара органдары дәүләт власы менән хеҙмәттәшлек итеү нигеҙендә дәүләт әһәмиәтендәге функцияларҙы һәм вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырған өсөн” өҫтәмә сығымдарҙы компенсациялаясаҡтар.
133-сө статьяға индереләсәк үҙгәрештәр муниципаль властарҙың вәкәләттәрен өлөшләтә финанстар менән тәьмин итә аласаҡ.
Муниципаль үҙидара органдары регламентланмаған, әммә дәүләт власы менән хеҙмәттәшлек итеү нигеҙендә бурыстарҙы үтәү барышында хасил булған сығымдары компенсациялауҙы талап итә аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта урындағы власть органдары вәкәләттәрен финанстар менән тәьмин итеү проблемаһын комплекслы хәл итеү властҡа талап ителә әле”.
Фото: zampolit.com