Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Июня 2020, 17:40

Яңы Конституция - муниципалитеттар үҫешенә ныҡлы нигеҙ

“Әлеге сараны оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки ул төҙәтмәләр илебеҙҙең үҫеше өсөн мөһим. Тәҡдим ителгән нигеҙле үҙгәрештәр дәүләтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләй".

Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙең 1 июлдә үтәсәге тураһында белдерҙе. Был көндөң юридик яҡтан тел тейҙергеһеҙ булыуын билдәләне ил етәксеһе.
Коронавирус пандемияһына бәйле Конституцияға тауыш биреүҙе күсереү дөрөҫ ҡарар булды тип билдәләнә. Илебеҙ генә түгел, башҡа дәүләттәр ҙә үҙҙәрендә уҙасаҡ һайлау һәм референдум кеүек сараларҙың ваҡытын күсерҙе.
“Рәсәйҙә ҡулланылған алым – үҙенсәлекле күренеш түгел, ә бөтә донъя практикаһы. Пандемия күп илдәр хөкүмәтенең эшенә үҙгәрештәр индерҙе, шуға бәйле электораль процедуралар практикаһы үҙгәрҙе. Италияла Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү, Чилиҙа һәм Әрмәнстанда конституция референдумдары күсерелә. Сәйәси һәм электораль процестар, конституция трансформациялары – законға ярашлы нигеҙле күренеш. Рәсәйҙә күҙәтелгән хәл дә – шуларҙың береһе. Был бөтә донъя тәртибенә хас булған торош”, – тип белдерҙе Граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды хеҙмәткәре, сәйәсмән Евгений Семенов.

Үҙәк һайлау комиссияһы Конституция өсөн тауыш биреүҙең асыҡлығын тәьмин итеп, уны аҙна дауамында үткәрергә тәҡдим иткәйне. Был йәһәттән һайлау хоҡуғын яҡлау буйынса “Граждандар контроле” ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Валех Аббасов: “Беҙҙә референдум – халыҡ власы институты. Әле Президент яңыһын тәҡдим итте – Дөйөм Рәсәй тауыш биреү. Айырма шунда: референдумда граждандарҙың 50 процентынан күберәге килеп, “эйе” тип әйтергә тейеш, ә Дөйөм Рәсәй тауыш биреү сараһы ҡатнашыусылар һанына бәйле түгел. Был осраҡта килгәндәрҙең 50 процентының төҙәтмәләргә "эйе" тип тауыш биреүе лә етә”, – тине.
“Әлеге сараны оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки ул төҙәтмәләр илебеҙҙең үҫеше өсөн мөһим. Тәҡдим ителгән нигеҙле үҙгәрештәр дәүләтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләй. Улар алдағы үҫеште билдәләгән күп нормаларҙан тора. Дөйөм дәүләт ҡоролошон, айырып әйткәндә, халыҡ-ара хоҡуҡи киңлектә дәүләт мәнфәғәтен яҡлай. Үҙгәрештәр кешегә мөһим булған ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләренә, социаль ҡарашҡа ла ҡағыла. Әммә, минең уйымса, урындағы үҙидара мәсьәләләренә бәйле төҙәтмәләр айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Ни өсөн тигәндә, уларҙың быға тиклем булмаған вәкәләттәре нығытыла. Урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен арттырған Рәсәй Конституцияның 132-се статьяһына төҙәтмәләр, әлбиттә, беренсенән, уларға асыҡ федераль власть вертикаленә инеүгә мөмкинлек бирә, икенсенән, киң вәкәләттәр алыу юлын аса, шул иҫәптән финанс мәсьәләләрҙә лә. Был Рәсәй Конституцияһында өр-яңы статья. Финанс мәсьәләләренә килгәндә, Конституцияның 133-сө статьяһына өҫтәмә финанс гарантиялары тураһында төҙәтмә индерелгән, был иһә дәүләт власы органы тарафынан ҡабул итегән ҡарар һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан өҫтәмә сығымдарға компенсацияға хоҡуҡ бирә. Бюджетта ҡаралған сумманан күберәк тотонолған аҡса дәүләт бюджеты иҫәбенән ҡапланасаҡ. Бөгөн бындай мөмкинлектәр юҡ, шуға ла беҙҙең муниципалитеттар бик ярлы”, – ти Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, иҡтисад фәндәре докторы Александр Дегтярев.
Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә бөтә хәүефһеҙлек саралары күҙәтеләсәк. Президент 1 июлде ял көнө итеп иғлан итте.
Фото: t24.su
Читайте нас