2020 йыл, 11 июнь №138/1 – 6
14-се Новиковка һайлау округы һәм 35-се Металлургия һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауҙы тәғәйенләү тураһында
“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 10, 23, 71-се статьяларына, Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 10, 20, 88-се статьяларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2020 йылдың 28 майындағы “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Лавренов Иван Анатольевичтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында”ғы 1060г һанлы, 2020 йылдың 5 июнендәге “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Дегтев Александр Анатольевичтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында”ғы 1063г һанлы ҡарарҙары нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 14-се Новиковка һайлау округы һәм 35-се Металлургия һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауҙы 2020 йылдың 13 сентябренә тәғәйенләргә.
2. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.