Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Июня 2020, 14:30

“Күп төрлөлөктә – берҙәмлек”

Үҙгәрештәр милли сәйәсәткә, мәҙәниәткә, этносәйәсәткә ҡағыла.

Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәсәт фәндәре кандидаты Марат Мәрҙәнов фекеренсә, Владимир Путин тәҡдим иткән Конституцияға үҙгәрештәр ыңғай этносәйәси динамиканы һаҡлауға һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итә.
– Рәсәйҙең Төп Законына “Дәүләт Рәсәй Федерацияһының бөтә халыҡтары һәм этник йәмәғәтселегенең мәҙәни үҙенсәлеген яҡлай, этномәҙәни һәм тел күплелеген һаҡлауҙы гарантиялай” тигән үҙгәреш индереү Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенә һәм йолаларына дәүләт ярҙамы принцибын нығыта. Был Башҡортостан кеүек күп миллиәтле төбәктәр өсөн айырыуса мөһим. "Рус теле – дәүләтте булдырыусы халыҡ теле" тигән төшөнсә ҡайһы саҡта радикаль берләшмәләр яғынан спекуляцияға килтерә, тик бер генә лә етди ғалим һәм сәйәсмән рус теленең Рәсәйҙең күп милләтле халҡын бер бөтөн итеп һаҡлау мөмкинлеген биреүен, дөйөм гражданлыҡ бер төрлөлөгөн формалаштырыуын шик аҫтына ҡуя алмай. Шул уҡ ваҡытта Конституцияла милли республикаларға үҙҙәренең дәүләт телдәрен билдәләү хоҡуғы нығытылған. Шуның менән Рәсәй милли сәйәсәтенең традицион векторы һаҡлана – “Күп төрлөлөктә – берҙәмлек”.
Рәсәй Федерацияһы етәкселеге Конституцияға тарихи хәтер, дөрөҫлөк һәм мәңгелек ҡиммәттәрҙе яҡлау тураһындағы пунктты индерергә уйлай. Был турала һөйләгәндә ике мөһим аспектты билдәләге килә.
Уларҙың беренсеһе - 80-се йылдар аҙағында Рәсәй тарихында геройлыҡты юҡҡа сығарырға маташыу - милли-дәүләт бер төрлөлөк көрсөгөнөң бер сәбәбе ине. Дөрөҫ булмаған сәйәси фекерҙәр, ҡиммәттәр һәм нормалар арҡаһында матбуғатта һәм телевидение аша Икенсе бөтә донъя һуғышында еңеү кәрәк булмаған тигәнерәк фекерҙәр яңғырай башланы. Һөҙөмтәлә радикаль йәштәр мәҙәниәте ағымдары, милләтселек һәм ксенофобияны арттырған неонацист төркөмдәре барлыҡҡа килде.
Икенсе аспект халыҡ-ара сәйәси процестар менән бәйле. Ҡайһы бер илдәрҙә “совет режимы енәйәттәре”, “совет оккупацияһы”, “совет геноциды” тигән ҡараштар формалаша башланы. Бының Рәсәйҙең этносәйәси бүленешенә килтереүе ихтимал ине. Бында ла Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең фашизмды еңеүҙәге ролен кәметергә тырыштылар.
Шуға күрә патриотик тәрбиә эшен көсәйтеү, йәштәр иленең тарихын белһен өсөн тырышыу мөһим. Рәсәйҙең милли үҙаңы өсөн Бөйөк Ватан һуғышының дөйөмләштерелгән символы мөһим роль уйнай, беҙ был дөрөҫлөктө һәм хәтерҙе яҡларға тейешбеҙ.
Фото: str.bashkortostan.ru
Читайте нас