Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Июнь 2020, 12:45

Төҙәтмәләр менән таныштыралар

Республика ҡалаларында һәм райондарында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында халыҡҡа мәғлүмәт таратыу буйынса 28 мәғлүмәт нөктәһе эшләй. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа – парктарҙа, скверҙарҙа һәм сауҙа нөктәләрендә ирекмәндәр Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр тураһында һөйләй, граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә, ирекле акцияларҙа ҡатнашырға тәҡдим итә.

Республика ҡалаларында һәм райондарында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында халыҡҡа мәғлүмәт таратыу буйынса 28 мәғлүмәт нөктәһе эшләй. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа – парктарҙа, скверҙарҙа һәм сауҙа нөктәләрендә ирекмәндәр Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр тураһында һөйләй, граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә, ирекле акцияларҙа ҡатнашырға тәҡдим итә.


Мәғлүмәт нөктәләре Өфөлә, Нефтекамала, Бәләбәйҙә, Стәрлетамаҡта, Яңауылда, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Салауатта, Туймазыла, Сибайҙа, Баймаҡта, Иглиндә, Мәсәғүттә, Мәләүездә, Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм Мораҡта эшләй. Ирекмәндәр өс-дүрт сәғәт һайын алмашынып тора. “Конституция ирекмәндәре” йәмәғәт ирекмәндәр корпусы эшенә 3300 кеше йәлеп ителгән. Улар волонтерыконституции.рф. порталында теркәлгән.
Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр тураһында мояконституция.рф сайтында ла танышырға мөмкин.

Һайлау участкаларындағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлешен йәмәғәт күҙәтеүселәре лә контролдә тотасаҡ.


Колл-үҙәк эшләйәсәк


Колл-үҙәк Йәмәғәт палатаһының төбәк бүлексәһе базаһында эшләйәсәк. Мөрәжәғәттәрҙе палатаның юристары һәм ағзалары ҡараясаҡ. Тауыш биреү буйынса, һайлау комиссияһында көтөлмәгән хәл тыуғанда, тауыш биреү барышында ҡануниәтте үтәмәгәндә, шулай уҡ һайлау участкаһында граждандарҙың хәүефһеҙлекте күҙәтмәгән осраҡтар булһа, колл-үҙәккә шылтыратырға йәки яҙырға мөмкин.


Шулай уҡ 25 июндән 2 июлгә тиклем Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн “ҡыҙыу линия” эшләйәсәк. Унда шылтыратып, тауыш биреү барышына йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороуға һәм тауыш биреүселәрҙең тауышын иҫәпләүгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап алырға мөмкин буласаҡ. Һорауҙарға Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Аппараты юрисконсульттары яуап бирәсәк. Йәмәғәт күҙәтеүселәре иһә күп каналлы телефонға – 8(347) 218-17-74 һандарына шылтырата ала.


Граждандар өсөн колл-үҙәк һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн “ҡыҙыу линия” 25 июндән 30 июнгә тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ә 1 июлдә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем эшләйәсәк.


Бынан тыш, 1 июлдә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Аппараты базаһында йәмәғәт күҙәтеүселәре менән асыҡланған барлыҡ боҙоуҙарҙы тикшереү өсөн Ситуация үҙәге (йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге) эшләйәсәк. Ситуация үҙәгенә электрон почта аша – [email protected] мөрәжәғәт итергә була.


Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй берҙәм тауыш биреү көнө 1июлдә уҙасаҡ, Владимир Путин был көндө ял көнө тип иғлан итте. Әле тауыш биреүгә етди әҙерлек бара. Шуны ла әйтергә кәрәк, был мөһим сарала граждандарҙың хәүефһеҙлеге беренсе сиратта күҙәтелергә тейеш. Ошо йәһәттән боҙоуҙарға юл ҡуймауҙы контролдә тотоу ҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре иңенә ҙур яуаплылыҡ һала.
Читайте нас в