Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Июль 2020, 01:55

Етешһеҙлектәр хаҡында республика Башлығына еткереләсәк

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса советтың эшсе төркөмө тауыш биреү барышына мониторинг үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса советтың эшсе төркөмө Өфө ҡалаһы менән Иглин райондары участка һайлау комиссияларында Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү барышына мониторинг үткәрҙе.
“Эш барышында күҙәтеүселәр һәм комиссия ағзалары граждандарға бурысын үтәгәндәге хоҡуҡтарына бәйле әңгәмәләр үткәрҙе, шулай уҡ тауыш биреү биналарында санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең үтәлеү-үтәлмәүе тикшерелде. Барлыҡ участкаларҙа ла бәйләнешһеҙ термометрҙар ярҙамында килгән кешеләрҙең температураһын тикшереү, уларға һаҡланыу саралары биреү ойошторолған. Мониторинг ваҡытында тауыш биреү һөҙөмтәһенә бер нисек тә йоғонто яһамаған кәмселектәр ҙә асыҡланған, участка һайлау комиссияларының бындай барлыҡ етешһеҙлектәре тураһында Башҡортостан Башлығына еткереләсәк, артабан Үҙәк һайлау комиссияһы менән тикшереү өсөн”, – тип белдерҙе советтың яуаплы секретары Зөлфиә Ғайсина.
“Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исемен биреү өсөн ҡултамға йыйған ирекмәндәр алсаҡлығы, әҙәплелеге менән ҡыуандырҙы. Шулай ҙа ҡыуаныслы булмаған хәлдәр ҙә бар: эш төркөмө ҡайһы бер һайлау участкаларында мониторинглауға ҡаршы килгән мәсьәләләр барлығын асыҡланы: айырым ваҡыттың һөҙөмтәләре менән танышыу мөмкин түгел, был һайлау ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү кәрәклеген иҫбатлай”, – тип белдерҙе Совет ағзаһы Валериан Гагин.
Ошондай фекерҙе Советтың башҡа ағзалары ла белдерҙе. Мәҫәлән, Вил Төхвәтуллин: “Урындарға сығып уҙғарылған мониторинг һайлау участкаларында етешһеҙлектәрҙе күрһәтте, уларҙы бөтөрөү мөһим, асыҡ эшләү өсөн төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Уларҙы беҙ Республика Башлығына докладта билдәләйәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, әллә ни етешһеҙлектәр асыҡланманы”, – тине.

“Тауыш биреү аныҡ, сифатлы һәм штатлы режимда ойошторолған. Бөтә күҙәтеүселәргә лә урналар күренерлек ерҙән урын бирелмәүен етешһеҙлек тип иҫәпләргә була”, - тип белдерҙе Совет ағзаһы Олег Ғәлин.
Фото: Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса совет.
Читайте нас в