Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проектына ярашлы, Өфөлә сираттағы рейд ойошторолдо. Был юлы халыҡ контролерҙары “күңел асҡан газ”ды һатыу тыйылыуын иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар баш ҡаланың сауҙа хеҙмәттәре күрһәтеү һәм социаль учреждениеларында булып, санитар-эпидемиологик талаптарҙың, ҡанундарҙың үтәлешен тикшерҙе. Был рейдта “Башҡортостан” гәзите журналисы ла булды.
“Быйылдан аҙыҡ-түлек, һатыу тауарҙары, шулай уҡ медицина, сәнәғәт һәм техник маҡсатта файҙаланылмаған азот әсемәһе әйләнешен сикләгән федераль закон көсөнә инде. Был ҡанундың нисек үтәлешен тикшереүҙе асыҡлау өсөн рейдҡа сыҡтыҡ. Шулай уҡ һатыусыларҙы яңы индерелгән тәртип тураһында иҫкәртәбеҙ. Бынан тыш, әүҙемселәр “күңел асҡан газ”ды онлайн һатыу нөктәләрен асыҡлау маҡсатында социаль селтәрҙә мониторинг үткәрә, ошондай нөктәләрҙе фашлау өсөн йәштәрҙән дә һорау алыуҙар ойоштора”, – тине Башҡортостандағы “Халыҡ контроле” проекты координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Әлеге рейд барышында һатыусылар тарафынан хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡланманы, ә бына газ баллоны ҡуйылған кәштәлә 18+ билдәһе юҡлығы теркәлде.
"Углеводород ҡатнашмаһы булған газдарҙы һәм ут тоҡандырғыстарҙы балаларға һатыу тыйыла, ләкин улар ултыртылған кәштәләргә 18+ билдәһе ҡуйылмаған. Халыҡ менән аралашҡанда башҡа етешһеҙлектәр асыҡланманы", – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” федераль проекты ағзаһы Сергей Захаров.
Рейд сауҙа һәм социаль учреждениелар етәкселәре өсөн фәһемле булды. «Халыҡ контроле» ағзалары теркәлгән хоҡуҡ боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәр тураһында Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәте идаралығына хәбәр итәсәк, хоҡуҡ боҙоуҙар иҫбатланған осраҡта, юридик шәхестәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала.
(Рейд тураһында тулы мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитендә баҫыласаҡ).