Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь , 09:50

Быйылғы сәйәси ваҡиғаның үҙенсәлеге

Һәр кемдең тауышы мөһим.

Беҙҙе мөһим сәйәси ваҡиға көтә. Рәсәйҙең бәлиғ булған һәр гражданы, үҙенең бурысын үтәп, һайлауҙа ҡатнашырға тейеш. Әлбиттә, пандемия тормошобоҙға үҙгәрештәр индереүен дауам итә. Коронавирустан һаҡланыу маҡсатында Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау ваҡыты ла оҙайтылды  һәм хәҙер бер көн түгел, ә өс көн рәттән тауыш бирәсәкбеҙ. Был сәйәси сараны ойоштороуға бәйле һорауҙарға яуап алыу маҡсатында, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона МАКАРЕНКОға мөрәжәғәт иттек.

– Илона Анатольевна, был һайлау алдағыларынан ниндәй үҙенсәлектәре менән айырыла?

– Алдағы аҙнала буласаҡ һайлауҙың төп үҙенсәлектәренең береһе – унда төрлө кимәлдәге һайлау кампаниялары уҙасаҡ: федераль, төбәк һәм урындағы, шул иҫәптән бөтә һайлаусыларға ла Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн тауыш бирергә тура киләсәк.

Башҡортостанда иһә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау үтә.  Улар өс округта ойошторола – 55-се Беүә һайлау округында – Яңауыл, Борай райондары, 43-сө Красный Холм һайлау округында – Ағиҙел ҡалаһы һәм Дүрт­өйлө, Краснокама районы халҡы­ның бер өлөшө, 29-сы Талбазы һайлау округы буйынса Ауырғазы һәм Ғафури районы граждандары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлаясаҡ. Бынан тыш, Өфө ҡалаһында һәм республиканың бер нисә муниципалитетында урындағы власть органдарына һайлау ойошторола.

 

– Тауыш биреүҙә республи­кабыҙҙың һайлау хоҡуғы булған һәр кешеһе ҡатнаша алһын өсөн ниндәй саралар күрелә?

– Өс көн һайлау ваҡытында элекке ҡағиҙәләр күҙәтелә – тауыш биреү участкаларына килеп тә, өйҙән тороп та ҡатнашырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта 17 һәм 18 сентябр­ҙә ул өҫтәмә мөмкинлектәрҙе фай­ҙаланып та үткәрелеүе ихтимал – тауыш биреү өсөн бина булмаған һәм транспорт бәйләнеше насар булған ауылдарҙа йәшәгән кеше­ләр өсөн. Бының өсөн территориаль һайлау участкалары, республи­каның Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеп, 10 сентябргә тиклем һайлау участкаларын һәм адрестарын билдәләйәсәк.

Шуны ла билдәләр инем, өҫтәмә һайлауҙар айырым талаптарҙы үтәү бурысын ҡуя. Иң тәүҙә уны үткәреү урынын билдәләгәндә һайлауҙа тауыш биреү серен һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында мотлаҡ рәүештә бюллетендәр өсөн күсмә ҡумта, пәрҙәһе булған өҫтәл йәки һайлаусылар өсөн кабина, һайлау бюллетендәрен биреү урыны, шулай уҡ мәғлүмәт материалдары, яҙыу кәрәк-ярағы һәм башҡалар менән тәьмин ителергә тейеш.

Тауыш биреүҙе участка һайлау комиссияһының хәл иткес тауышына эйә булған ике һәм унан да күберәк ағзаһы үткәрергә тейеш.

Был һайлауҙа йорт яны биләмәләрендә тауыш биреү ҡулланылмаясаҡ.

Өс көн дауамында һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем асыҡ була. Һәр тауыш биреүсе үҙ ҡарашын белдереү өсөн уңайлы көндө һәм ваҡытты билдәләй.

Өс көн тауыш биреү граждандар ағымын таратып, коронавирус таралыуына бәйле килеп тыуған еңел булмаған осорҙа барлыҡ хәүеф­һеҙлек нормаларын күҙәтеү мөм­кин­леген бирә, шулай уҡ һайлау участкаларында эшләгән кеше­ләргә көсөргәнеште лә кәметәсәк.

 

– Тимәк, граждандар ҡурҡма­йынса һайлау участкаларына килә ала?

– Был йәһәттән беҙҙең тәжрибә бар –  былтыр июлдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү һәм сентябрҙә урындағы үҙидара органдарына һайлау кампанияларын үткәрҙек.

Йәнә шуны билдәләр инем, был урындағы һайлауҙарға ла ҡағыла, уларҙа, “Һайлау тураһында”ғы республика законында ҡаралғанса,  элек алдан тауыш биреү ҡулла­нылды, ә был юлы урындағы һайлауҙа алдан тауыш биреү булмаясаҡ. Бөтә кимәлдәге тауыш биреү өс көн барасаҡ. 

Икенсенән, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусыларҙың һәм тауыш биреүҙе ойошто­роусылар­ҙың ­хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн барлыҡ сараларҙы ла күрәсәк. Һайлау комиссияһы ағзалары шәхси һаҡланыу әйберҙәрен ҡулланасаҡ: бер тапҡыр кейә торған битлек, бирсәткә, бер тапҡыр файҙаланыла торған медицина халаты. Шулай уҡ улар йөҙҙө ҡаплаған пластик экрандар кейәсәк, ә өҫтәлдәренә һаҡланыу экрандары ҡуйыласаҡ. Ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн антисептиктар мотлаҡ ҡулланыласаҡ, даими дезинфекция үткәреләсәк.

Һайлаусыларҙы бер тапҡыр файҙаланыла торған маска, бирсәткә һәм айырым ручка менән тәьмин итәсәктәр. Тауыш биреү биналарында ҡулдарҙы зарарһыҙ­ландырыу өсөн урындар ҡаралған. Ә махсус һыҙат-күрһәткестәр сарала ҡатнашыусыларға бер-береһе менән санитар арауыҡ тотоп хәрәкәт итеүгә булышлыҡ итәсәк. Тауыш биреү бинаһы һәм ҡул тейгән урындар дезинфекция иретмәһе менән эшкәртеләсәк.

 

– Һайлау ғәҙел һәм асыҡ үтһен өсөн, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 6,5 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһен әҙерләне. Улар һайлауҙа үҙҙәрен нисек тоторға тейеш?

– Күҙәтеүселәрҙең, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һәм ҡану­ниәттә ҡаралған башҡа кешеләрҙең тауыш биреү ваҡытында, өс көн дауамында, һайлау участкаһында булырға хоҡуғы бар. Ҡануниәттә ҡаралғанса, кандидаттарҙың федераль исемлеген теркәгән һәр партия, бер мандатлы округ буйынса теркәлгән һәр кандидат, шулай уҡ йәмәғәт күҙәтеүе субъект­тары уларҙы тәғәйенләй ала. Сәйәси партияларҙан һәм канди­дат­тарҙан күпме күҙәтеүсе ҡуйыласағы тураһындағы мәғлүмәт һайлау алдынан, йәғни тауыш биреү башланыуға өс көн ҡалғанға тиклем билдәле буласаҡ.

Күҙәтеүселәр республикалағы барлыҡ 3403 һайлау участкаһында ла булыр, тип уйлайым. Алдан хәбәр ителеүенсә, Башҡортос­тандың Йәмәғәт палатаһында һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы булдырылған. Штаб вәкилдәре уларҙың даирәһенә ҡараған мәсьәләләр буйынса һайлау участкаларының рәйесе, рәйес урынбаҫары, секретары, хәл итеү һәм кәңәш биреү хоҡуғы булған ағза менән хеҙмәттәшлек итә ала. Ғөмүмән, күҙәтеүселәр, кандидаттар, һайлау берләшмәлә­ренән вәкәләтле вәкилдәр, ышаныслы кешеләр һәм һайлау процесында ҡатнашҡан башҡа хеҙ­мәткәрҙәр кеүек үк.

Хеҙмәттәшлек эшлекле булыр, проблемалы мәсьәләләр ваҡы­тында хәл ителер һәм һайлау ғәҙел, асыҡ булыр, тип ышанам.

 

– Һайлау ғәҙел һәм асыҡ үтһен өсөн тауыш биреү процесында төрлө техник саралар ҙа файҙаланыламы?

–  Видеокүҙәтеү саралары 1389 объектта ҡуйыласаҡ: 1320 һайлау участкаһында һәм 69 территориаль һайлау комиссиялары биналарында. Ҡалғандарында видеотеркәү ҡорамалдарын ҡулланыу планлаштырыла. Бынан тыш, өс көн дауамында һайлау барышын, әле әйтеүемсә, күҙәтеүселәр, аккредитация үткән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм законға ярашлы ҡаралған һайлау барышында ҡатнашыусылар күҙәтәсәк.

Ошо һайлауҙа республикалағы барлыҡ 230 комплекс та файҙала­ныласаҡ. Ҡала округтарында 63 КОИБ йәлеп ителәсәк (был дөйөм һандың 27,39 процентын тәшкил итә), ә ҡалған 167 комплекс муниципаль райондарҙың ҙур ауылда­рындағы һайлау участкаларында эшләйәсәк.

 

– Һайлау өс көн барасаҡ, ә бюллетендәрҙе һаҡлау нисек ойоштороласаҡ?

– Бюллетендәрҙе һаҡлау өсөн үтә күренмәле булмаған полиэтилен сейф-пакеттар ҡулланыла. Уларҙың һәр береһенең шәхси сериялы һаны һәм уны асырға теләү тураһында сигнал биргән индикатор таҫмаһы бар. Таҫманы зыян килтермәйенсә сисеү мөмкин түгел, ул уны ҡабатлап ҡулланыу ихти­мал­лығына юл ҡуймай. 17  һәм 18 сентябрҙә һайлау тамамланғас, һайлау бюллетендәре стационар ҡумтанан шунда уҡ сейф-пакетҡа күсереләсәк.

Һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары бинанан ситтә тауыш биргәндә файҙаланған бюллетен­дәргә лә шул уҡ ҡағыла. Һәр бер стационар һәм күсмә ҡумта өсөн айырым сейф-пакет ҡулланыла, ул да йәбештерелә.  Комиссия ағзалары, тауыш биреү серен һаҡлап, сейф-пакетҡа һайлау бюллетендәрен һанамайынса һаласаҡ. Һуңынан индикатор таҫманы ҡулланып, сейф-пакетты йәбештерәләр, унда участка һайлау комиссияһының хәл иткес тауышы, шулай уҡ кәңәш итеү тауышы хоҡуғына эйә булған ике кешенән дә кәм булмаған ағзаһы, күҙәтеүселәр (үҙҙәренең теләге буйынса) ҡул ҡуясаҡ. Һәр сейф-пакетҡа акт төҙөләсәк, ул тимер сейфҡа һаҡлауға ебәрелә. Был ғәмәлдәр видеокүҙәтеү йәки видеотеркәү зонаһында алып барыласаҡ. Сейф-пакеттар һайлау­сы­ларҙың тауышын иҫәпләү башланғансы асылмаясаҡ.  

 

– Теркәлгән урындарынан ситтә булған граждандар нисек тауыш бирә ала?

– 2 августан “Мобиль һайлаусы” механизмы эш башланы. Барған ерҙә тауыш биреүҙе еңеләйтеп, ул федераль һәм төбәк һайлау систе­маһында беркетеү танытма­һын алмаштырасаҡ.  

Ғаризаларҙы Дәүләт хеҙмәте порталы, территориаль һайлау комиссияһында, Күп функциялы үҙәк офистары аша бирергә мөмкин. Күрһәтелгән сервистарҙан тыш, бындай ғаризаларҙы 8 сентябрҙән 13 сентябргә тиклем участка һайлау комиссияларында ла тапшырырға мөмкин.  

“Мобиль һайлаусы” механизмы һайлау көндәрендә – 17, 18, 19 сен­тябрҙә өйҙән ситтә булған һәм теркәлгән урындағы һайлау участ­каһында тауыш бирә алмаған граждандарға һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.

Ғаризаларҙы тапшырыу пунктына мөрәжәғәт иткән саҡта үҙең менән паспорт алырға кәрәк, шулай уҡ тауыш биреү өсөн һайлаған участканың һанын да белеү яҡшы. Быны Рәсәй Үҙәк һайлау комисси­яһының һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының сайттарын­дағы “Һанлы сервис” ҡушымта­һында табырға мөмкин. Әгәр һайлаусы үҙаллы таба алмаһа, уға Күп функциялы үҙәк, территориаль комиссия белгестәре ярҙам итәсәк йәки Рәсәй Үҙәк һайлау комиссия­һының (8-800-200-00-20), Башҡорт­остан Үҙәк һайлау комиссияһының (8 800 347 54 54) “ҡыҙыу элемтә” телефондары аша белергә мөмкин.

Йәшәгән урындан ситтә һайлау хаҡында ғаризаны 13 сентябрҙән дә һуңға ҡалмайынса бирергә кәрәк.

 

- Рәмилә МУСИНА.