Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Сентябрь , 18:30

Барыһы ла һайлау тураһында

Ҡайҙа, ҡасан, нисек һайларға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар тәҡдим итәбеҙ. 

Барыһы ла һайлау тураһында

Киләһе ялдарҙа Башҡортостанда һайлауҙар үтә. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре был сәйәси процесс тураһындағы иң мөһим һорауҙарға яуап бирҙе. Һеҙгә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы әҙерләгән лонгридты тәҡдим итәбеҙ. 

Ниндәй һайлау? Кемде ҡайҙа һайлайбыҙ?

17, 18 һәм 19 сентябрҙә бөтә ил Дәүләт Думаһына депутаттар һайлай. Башҡортостанда өс округта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары өсөн тауыш бирәсәктәр. Өфө, Белорет, Бөрө, Өфө районының Йоматау ауыл Советында урындағы советтар депуттары һайланасаҡ. Күп кенә ҡала һәм райондарҙа Советтарға өҫтәмә һайлауҙар буласаҡ.

Нисә бюллетень бирәсәктәр?

Ҡайҙа йәшәүегеҙгә ҡарап, һеҙгә участкала икенән дүрткә тиклем бюллетень бирәсәктәр. Уларҙың икәүһе – Дәүләт Думаһыныҡы. Бөтәһе Дәүләт Думаһына 450 депутат һайлана. Уларҙың 225-е - партия исемлеге буйынса. Беҙгә ниндәй ҙә булһа партия өсөн тамға ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Ә инде төбәктән нисә кеше үтере тауыш биргәндәр һанынан торасаҡ. Ни тиклем күберәк граждандар тауыш бирһә, беҙгә шул тиклем күберәк урындар эләгәсәк. Башҡортостанда мандаттар өсөн 14 сәйәси партия көс һынашасаҡ.

Депутаттарҙың ҡалған өлөшө – бер мандатлы округтан үтеүселәр. Бында беҙ аныҡ кеше өсөн тауыш бирәбеҙ, һәм күберәк тауыш йыйған кандидат еңә. Башҡортостанда алты бер мандатлы округ бар, тимәк, депуттар ҙа алтау буласаҡ. Ә был урындарға 59 кандидат дәғүә итә. Уртаса алғанда, бер мандатҡа ун кеше дәғүә итә.  

Башҡортостан өсөн һәр төрлө бюллетендәрҙе 3030100 дана күләмендә баҫтырғандар, шул иҫәптән КОИБ аша тауыш биреүселәр өсөн - 742900.

Мин кандидаттарҙы һәм участкамдың ҡайҙа икәнлеген белмәйем. Нимә эшләргә?

Бөтә партиялар һәм кандидаттар бер ай самаһы агитация алып бара, тауыш биреүселәр менән осраша, дебаттарҙа ҡатнаша. Әгәр был кампаниянан ситтә ҡалһағыҙ, тик тауыш биреүҙе мотлаҡ бурысығыҙ тип иҫәпләйһегеҙ икән – Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы бер нисә һанлы сервис булдырған. Комиссия сайтына инергә һәм үҙеңдең адресыңды ҡалдырырға кәрәк. Шул саҡта һеҙгә исемлек күрһәтеләсәк. Үҙеңдең тауыш биреү өсөн участкаңды Дәүләт хеҙмәттәре порталында “Минең һайлау” бүлегенә йәки Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы сайтына инеп белергә була.

Участкаларҙа видеокамералар буламы?

Башҡортостанда 1398 участкала күҙәтеү камералары ҡуйыла, улар өс көн буйы һәм тауыш биреүҙең тәүге ике төнөн төшөрәсәк. Тик Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән тауыш биреүҙең тура трансляцияһы булмаясаҡ. Яҙма һайлау комиссиялары, партиялар һәм кандидаттар штабтарына, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәте һәм кешеләр хоҡуҡтары буйынса советҡа, Рәсәйҙең Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиленә һәм бер нисә башҡа ойошмаға барасаҡ.

Онлайн тауыш биреп буламы?

Илдең ете төбәгендә, ысынлап та, электрон тауыш биреү системаһына тест үткәрәләр. Был һайлауҙа уҡ кешеләр участкаларға бармаясаҡ, улар үҙ кандидаты өсөн тауышты онлайн – Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлеп кенә бирә аласаҡ. Башҡортостан әлегә был исемлеккә эләкмәгән. Системаны тикшергәс, моғайын, киләһе һайлауҙарҙа был мөмкинлекте бөтә ил кешеләренә лә бирерҙәр.

Участкаларҙа хәүефһеҙлек нисек ойошторола?

Уҙған йыл тәжрибәһе буйынса, тауыш биреүҙе өс көнгә һуҙырға ҡарар иттеләр. Был кешеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк – тимәк, сираттар булмаясаҡ, социаль дистанция үтәләсәк. Йома һәм шәмбе тауыш биргәндәрҙең бюллетендәре махсус пакеттарҙа шәхси номер һәм ҡыҙыл таҫмаға бәйләнеп һаҡланасаҡ. Уны бер тапҡыр ғына файҙаланып була, асырға тырышһалар, шунда уҡ беленеп торасаҡ. Бюллетендәр сейфта видеокүҙәтеү аҫтында һаҡланасаҡ.

Һайлауға килгән һәр кем бер тапҡыр ҡулланыла торған шәхси йыйылма аласаҡ – ручка, битлек, бирсәткә. Ҡул бирешеү һәм башҡа бәйләнештәр тыйыла. Дүрт сәғәт һайын бөтә урын дезинфекцияланасаҡ. Тауыш биреү барған бинала ашау тыйыла, тик шешәләге һыуҙы ғына эсергә ярай.

Әгәр кеше участкаға температура менән килә икән, уға тауыш биреү мөмкинлеге биреләсәк, тик башҡаларҙан айырым рәүештә. Бюллетенде күсермә йәшниккә һалалар һәм иҫәпләр алдынан дезинфекциялаясаҡтар.

Күпме кеше килер тип көтөлә?

Политологтар һәм социологтар күҙаллауы буйынса, кешеләр әүҙем рәүештә сәйәси тормош менән ҡыҙыҡһына, шуға күрә күптәр килер тип көтөлә. 2016 йылда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлаған саҡта участкаларға тауыш биреүселәрҙең 69,78 проценты килгәйне.

Һайлау участкаларында ниндәй бүләктәр көтә?

Участкаларға килеп тауыш биргән Өфө ҡалаһы һәм районы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө, Сибай халҡы “Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша аласаҡ. Мәғәнәһе шундай: һеҙгә браслет бирәләр һәм уның буйынса күп һанлы партнерҙарҙан 50 процентҡа тиклем ташлама ала алаһығыҙ. Өфөлә улар 300-ҙән ашыу, район һәм ҡалаларҙа - 40-тан 70-кә тиклем.

Ойоштороусылар белдереүенсә, браслеттар һаны сикле, шуға оҙаҡҡа һуҙмай участкаларға барығыҙ. Уларҙы билдәле бер ваҡытта таратасаҡтар, график һәм исемлек рахмат102.рф сайтында бар.

- Үҙәк һайлау комиссияһының 1 июлгә мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 3018342 кеше тауыш бирә ала, уларҙың 43115-е - беренсе тапҡыр.

- Тауыш биреү 3403 һайлау участкаһында үтә. Уларҙың 31-е - дауаханаларҙа, өсәүһе – шифаханаларҙа, өсәүһе кешеләр иркенән мәхрүм ителгән урындарҙа, тимер юл вокзалында, аэропортта һәм ҡарттарҙың йорт-интернатында.

- теркәлмәгән Рәсәй граждандары Өфө ҡалаһында Посад урамы, 26-сы йорт адресы буйынса тауыш бирә ала.

- Башҡортостанға һайлауҙы үткәрер өсөн 500 миллион һум аҡса бүленгән.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева