Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 17:30

"Башҡортостан халҡына рәхмәт!"

Башҡортостан Башлығы республика халҡына күпләп һайлауға барғандары өсөн рәхмәт әйтте һәм, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, лайыҡлы кандидаттар алда бара тине.

"Башҡортостан халҡына рәхмәт!"
"Башҡортостан халҡына рәхмәт!"

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала һайлауҙы ойошторған һәм үткәргән бөтә кешеләргә рәхмәт әйтте.

– Тыныс, хәүефһеҙ тауыш биреүҙе тәьмин итеү бик мөһим ине. Был бурысты үтәнек. Ҡатмарлы өс көнлөк ваҡытҡа ҡарамай, бөтә һайлау комиссиялары ла яҡшы эшләне. Көсөргәнешле мәлде лайыҡлы үткәреп ебәргәнегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ республика буйынса Эске эштәр министрлығы, Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, "Роспортребнадзор" белгестәренә лә рәхмәт. Күмәкләп тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ.

Башҡортостан Башлығы республика халҡына күпләп һайлауға барғандары өсөн рәхмәт әйтте һәм, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, лайыҡлы кандидаттар алда бара, тине.

– Башҡортостандан Дәүләт Думаһына һайланған депутаттар республика мәнфәғәттәре өсөн тырышып эшләр тип ышанам, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: