Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Март 2022, 18:00

Камилла хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте

Кушнаренколар флешмобты ихлас күңелдән хуплап сыҡты.

Камилла хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте
Камилла хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте

Бөгөн Кушнаренко районында Рәсәй Президенты Владимир Путинға теләктәшлек белдергән һәм Украиналағы махсус операцияны хуплауға бағышланған “Za Мир! Zа Россию! Zа Президента!” тип аталған флешмоб үтте.

Район үҙәге Кушнаренко ауылында үҙәк майҙанда уҙған сарала ҡатнашҡан йөҙгә яҡын кеше Рәсәйҙең еңеүҙе һәм ғәҙеллекте һынландырған символдары булған “V” һәм “Z” хәрефтәре формаһында теҙелде. Флешмобта Рәсәй Федерацияһының “Йәш Гвардия” хәрәкәте әүҙемселәре, мәҙәниәт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ сараға Өфө ҡалаһы вәкилдәре лә ҡушылды.   

– Бөгөн беҙ Кушнаренко районындағы беҙҙең координаторҙың саҡырыуы буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путинды хуплауға арналған шәп акцияла ҡатнаштыҡ, – тип билдәләне улар.

Урындағы халыҡ та флешмобты ихлас күңелдән хуплап сыҡты. Кушнаренко ауылынан йәш ҡыҙ Камилла Хәмиҙуллина Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә видеомөрәжәғәт ебәрҙе.   

Фото: сараны ойоштороусыларҙан.

Камилла хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте
Камилла хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте
Камилла хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте
Камилла хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте
Камилла хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в