Бөгөн Башҡортостандағы Күп функциялы үҙәктең төп офисында “Рәсәй Юристар ассоциацияһы” Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе менән Күп функциялы үҙәк араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина һәм Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова ҡул ҡуйҙы.
Килешеү Күп функциялы үҙәктәрҙең операция залдарында мәғлүмәти һәм аң-белем таратыу эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйынса саралар үткәреү маҡсатында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүгә йүнәлтелгән.
"Һуңғы йылдарҙа юридик ярҙам торған һайын ҙурыраҡ актуаллек яулай, ә Юристар ассоциацияһының төп миссияһы – граждандарыбыҙҙы сифатлы хоҡуҡи консультация менән тәьмин итеү. Күп функциялы үҙәк менән бергәләп тәү сиратта граждандар өсөн файҙалы буласаҡ сараларҙы уйларбыҙ. Яйға һалынған системалы нигеҙҙә, үҙ-ара килешеүҙәр һәм ғәмәлдәр ярҙамында беҙ Башҡортостан халҡына юғары квалификациялы бушлай юридик ярҙам күрһәтәсәкбеҙ", – тип билдәләне Ирина Панькина.
Наталья Куприянова “Минең документтарым” республика селтәре базаһында ошондай саралар уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне.
"Яҡын арала күсмә консультациялар үткәреү графигы һәм был проектҡа йәлеп ителәсәк офистар исемлеге ҡараласаҡ. Был мәсьәләне беҙ консультация ярҙамы һорап, шул иҫәптән алыҫ райондарҙа йәшәүселәр ҙә мөрәжәғәт итә алырлыҡ итеп әҙерләйәсәкбеҙ. Бөтә кәрәкле мәғлүмәт Күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында, социаль селтәрҙәрҙә һәм, әлбиттә, сара үткәреләсәк муниципаль берәмектең киң мәғлүмәт сараларында урынлаштырыласаҡ", – тине Наталья Куприянова.
Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы һуңында ҡатнашыусылар тиҙ арала башҡарылған эштәр өсөн рәхмәт хаттары менән алмашты.
Фото: "Башинформ".