Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Апрель 2022, 22:30

Беҙҙең йәштәрҙең идеялары күп

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында "Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы моделе" эшлекле уйынын үткәрҙеләр.

Беҙҙең йәштәрҙең идеялары күп
Беҙҙең йәштәрҙең идеялары күп

Бөгөн, 28 апрелдә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыл һайын үткәрелгән “Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы моделе” эшлекле фәнни-ғәмәли уйыны үтте. Республика йәштәре командалар составында үҙҙәрен закондар сығарыу инициативаһы авторҙары ролендә һынап ҡарай алды. Уйын биш этаптан торҙо: һайлап алыу, закон проектын әҙерләү, конкурс һайлап алыуы, эшлекле уйын һәм йомғаҡ яһау.

Конкурс эксперттары - Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры Руслан Зәйнуллин, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары – Башҡортостан Башлығының дәүләт-хоҡуҡи идаралығы бүлеге мөдире Рөстәм Хәйҙәров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова. Эксперттар форматтың көнүҙәклеген билдәләне һәм ҡатнашыусыларға закон проекттарын уңышлы яҡлауҙарын теләне.

Уйын барышында ҡатнашыусылар әҙерләнгән закон проекттары менән таныштырҙы, эксперттарҙың һәм дәғүәсе командаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Закондар сығарыу инициативаһы йәмғиәттең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелде.

“Тәү сиратта был студенттар өсөн файҙалы һәм практик күнекмә. Ул иһә коммуникатив күнекмәләр, ораторлыҡ оҫталығы, һәм, әлбиттә, парламент күнекмәләре. Сарала ҡатнашыусылар проблематика менән танышты, закон проекттарын яҙҙы һәм уларҙы презентацияланы. Ул яҡшы тәжрибә һәм аралашыуҙан тыш, закондар сығарыу эшмәкәрлеге процесын туранан-тура өйрәнеү”, – тине Ирина Панькина.

Судьялар ҡарары буйынса түбәндәгеләр командалар еңеүселәр һәм призерҙар тип танылды: 1-се урын – “Һуңғы тамсы”; 2-се урын – “ИА Панорама”; 3-сө урын – “Фон Савиньи карлсондары”.

Өс йыл эсендә тәүге тапҡыр уйында Рәсәй олимпиадаларында күп тапҡыр еңеү яулаған мәктәп уҡыусылары командаһы ҡатнашты. Эксперттар һәм ойоштороусылар сара форматын киңәйтеү мөмкинлеге тураһында пландары менән уртаҡлашты.

Ойоштороу комитетынан бүләктәрҙән тыш, эксперт составы иң яҡшы спикерға махсус приз тапшырырға ҡарар итте. Ул – “Һуңғы тамсы” командаһы вәкиле Артур Сәйфуллин.

“Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы моделе беҙҙең өсөн изге йолаға әүерелде. Проектыбыҙҙың үҫешеүе һәм киңәйеүе ҡыуаныслы. Беҙҙең закондар сығарыу инициативаһы, эксперттар берләшмәһе алдында үҙ идеяларын тәҡдим итеү теләге менән янған ҡатнашыусыларҙың инициативалылығын айырым билдәләп үтергә кәрәк”, – тине Йәштәр сәйәсәте лигаһы Башҡарма комитетының административ-юридик хеҙмәте етәксеһе Арыҫлан Ғәлин.

Сараны ойоштороусылар булып “Рәсәй юристары ассоциацияһы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы ярҙамында Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты менән берлектә Башҡортостан Республикаһының “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” йәштәр башланғыстарын үҫтереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: