Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Ғинуар 2023, 15:40

Санкцияға эләктеңме? Дәртләндерергә!

Андрей Назаров Башҡортостандан санкцияларға эләккән журналистарҙы бүләкләргә тәҡдим итә. 

Санкцияға эләктеңме? Дәртләндерергә!
Санкцияға эләктеңме? Дәртләндерергә!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә ҡыҙыҡ пост ҡалдырҙы. Ул Украиналағы хәлдәргә ҡағыла. 

“Яугирҙәребеҙҙең ҙур ҡаһарманлыҡ менән Соледар ҡалаһын азат итеүе тураһындағы яңылыҡтар фонында рәсми Киев мәғлүмәт ағымын ваҡиғалар менән, асыҡтан-асыҡ әйткәндә, уйлап сығарылған сәбәптәр менән бөтөрөргә тырыша.

Ел тирмәндәре менән көрәшкә Украина Президенты ла ҡушылды. Владимир Зеленский Милли именлек комитетының 198 кешегә - күбеһенсә рәсәйҙәргә, шулай уҡ Украина һәм Белоруссияның бер нисә гражданына ҡаршы шәхси санкциялар индереү тураһында ҡарарын раҫланы.

Исемлектә шулай уҡ Башҡортостандан дүрт медиаменеджер: РБК-Өфө холдингының генераль директоры Рауил Ватолин, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, “Вся Уфа” телеканалының элекке директоры Азамат Йәнбирҙин һәм “Уфатайм” порталының генераль директоры Станислав Челнынцев. Коллегаларыбыҙҙы дәртләндерергә кәрәк тип иҫәпләйем.

Бындай осраҡтарҙа, беҙҙә Рәсәйҙә, традицион рәүештә ҡотларға кәрәк – тимәк, уларҙың эшмәкәрлеге эҙһеҙ үтмәй. Ләкин шаяртыуҙарҙы туҡтатһаҡ, быларҙың барыһы ла үкенесле: бөгөнгө Украинаның бөтөнлөгөнә (улар рәсми рәүештә үҙҙәре танығанса) Чебурашка ла, "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" балалар тапшырыуын алып барыусы ла, донъялағы ваҡиғаларҙы объектив яҡтыртҡан журналистар ҙа янай.

Зеленский санкциялары Украинаның дәүләт наградаларынан мәхрүм итеүҙе һәм ошо ил биләмәһендә активтарҙы блокировкалауҙы (журналистарыбыҙҙың теге йәки был төрө булыуына шикләнәм), шулай уҡ уларҙың дәүләте биләмәһендә йөрөүҙе тулыһынса тыйыуҙы күҙ уңында тота.

Был исемлектә булғандарға, Украина буйлап сәйәхәт итергә мөмкинселектәре юғалыу сәбәпле, ҡайғырмаҫҡа тәҡдим итәм – алмашҡа республикабыҙға ҡунаҡҡа саҡырам, һәм ысын күңелдән артабан да эшегеҙҙе уңышлы дауам итеүегеҙҙе теләйем”, – тип яҙҙы ул.

Фото: bashspirt.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: