Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Март 2023, 21:10

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында яңы етәксе

Александр Прядко Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында яңы етәксе
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында яңы етәксе

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 10 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Федераль ведомство етәксеһе, полиция генералы Владимир Колокольцев шәхси составты Башҡортостан буйынса яңы эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко менән таныштырҙы.

Владимир Колокольцев Александр Прядкоға бәлиғ булмағандар менән эште эҙмә-эҙлекле төҙөргә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеүҙе көсәйтергә ҡушты. Радий Хәбиров республика властары һәм хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһының Башҡортостанда йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса берлектәге эште дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Прядко Александр Александрович 1964 йылдың 28 мартында Силәбе өлкәһенең Коркино ҡалаһында тыуған. 1997 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ростов юғары мәктәбен тамамлаған.

1994 йылда эске эштәр органдарында хеҙмәт итә башлай. Карьераһын енәйәтте тикшереү бүлегенең оперуполномоченныйы вазифаһынан башлап, Александр Прядко оператив бүлектәрҙә етәксе вазифаларҙа хеҙмәт итә. 2011 - 2018 йылдарҙа - Рәсәй Эске эштәр министрлығының Волгоград өлкәһе буйынса баш идаралығы полиция етәксеһе урынбаҫары (оператив эш буйынса). 2018 - 2019 йылдарҙа - Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Һамар өлкәһе буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары - полиция начальнигы. 2019 - 2023 йылдарҙа - Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангел өлкәһе буйынса идаралығы начальнигы.

Бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказ төбәгенә командировкаға сыға.

«Хеҙмәттәге ҡаһарманлығы өсөн», өс дәрәжә «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн», «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: