Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Март 2023, 14:30

Шарттар ҡатмарлы, тип торманы

Санкциялар баҫымы шарттарында Хөкүмәт парламент менән тығыҙ эшләне, ти Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Шарттар ҡатмарлы, тип торманы
Шарттар ҡатмарлы, тип торманы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов Хөкүмәттең 2022 йылдағы эше тураһындағы отчетҡа ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров депутаттар алдында сығыш яһап, төбәктең уңыштары менән уртаҡлашты, ағымдағы йылға өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне.

Санкция баҫымы шарттарында Хөкүмәт парламент менән тығыҙ эшләне, ти Рөстәм Ишмөхәмәтов. Шуның һөҙөмтәһендә бер йыл эсендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам тураһында туғыҙҙан ашыу закон, иҡтисадҡа, бизнесҡа булышлыҡ йәһәтенән 15 закон ҡабул ителгән.

"Башҡортостан Хөкүмәте бөгөнгө ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ҙур эш башҡарҙы. Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән дәғүәселеккә ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда, беҙҙә һөҙөмтәләр яҡшы. Бюджет тотороҡло, сөнки беҙ уға ваҡытында үҙгәрештәр индерҙек. Ике миллиард һумдан ашыу аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, шул уҡ ваҡытта республиканың халыҡ алдындағы башҡа бурыстары ла үтәлә. Социаль гарантиялар кәмемәне, ә проблемалар хәл ителәсәк. Бөгөн күп объекттар төҙөлә, мәҫәлән, Зинин ауылына күптән көтөлгән юл аша сығыу урыны. Һаулыҡ һаҡлау системаһы ыңғай эшләй – ғүмер оҙайлығын артабан арттырыуға йүнәлештәр бар. 2023 йылда – Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылында – тағы ла күберәк көс һалырбыҙ тип уйлайым, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: