Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан буйынса һөҙөмтәләр билдәле

Был һайлау – халыҡ һайлауы булды. Был – илебеҙҙең еңеүе.

Башҡортостан буйынса һөҙөмтәләр билдәле
Башҡортостан буйынса һөҙөмтәләр билдәле

18 мартта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғилемханов Рәсәй Президенты һайлау кампанияһы барышы һәм һөҙөмтәләре менән уртаҡлашып, протоколдарҙың 100 процентын эшкәртеү йомғаҡтары буйынса Владимир Путин Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостанда 2 239 816 (90,9 процент) тауыш йыйҙы, тип белдерҙе.

Дәүләт Думаһының Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Николай Харитонов өсөн Башҡортостанда 90 865 һайлаусы (3,69 процент) тауыш биргән, ЛДПР лидеры Леонид Слуцкий өсөн – 66 976 (2,72 процент), Рәсәй Дәүләт Думаһы вице-спикеры Владислав Даванков өсөн – 46 253 (1,88 процент).

Рәсәй Президентын һайлауында республика халҡының тауыш биреү хоҡуғы булған һайлаусыларының 83,73 проценты ҡатнашҡан. Ғөмүмән, 2 465 830  һайлаусы үҙенең конституцион бурысын үтәгән.

Ғәҙәттә, һайлау кампанияларында республикала ауыл халҡы яҡшы күрһәткестәр менән айырылып тора ине. Был юлы ҡала халҡы ла әүҙем булды. Йәғни Өфөлә күрһәткес — 79,9 процент, башҡа ҡалаларҙа 78,98 процент тәшкил итте. Муниципаль райондар иһә уртаса 87,50 процент һөҙөмтә күрһәтте.

Өфө райондары араһында иң күп тауыш биреүселәр Дим районына тура килә – 82,93 процент, ҡала округтары араһында Ағиҙел һайлаусылары – 89,28 процент.

Үҙәк һайлау комиссияһында билдәләүҙәренсә, һайлауҙы ойоштороусыларҙың, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының комплекслы һәм системалы эшләүе һайлаусыларҙың әүҙемлегенә булышлыҡ иткән.

Дөйөм алғанда, ил буйынса 99,59% тауыш иҫәпләнгәндән һуң Владимир Путин - 87,33 процент, Николай Харитонов - 4,3 процент, Владислав Даванков - 3,81 процент, Леонид Слуцкий 3,2 процент тауыш йыйған.

Тауыш биреү тамамланғандан һуң Путин үҙенең бишенсе срогы маҡсаттары араһында хәрби операция бурыстарын хәл итеүҙе һәм Рәсәй армияһының оборона һәләтен нығытыуҙы атаны.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдереүенсә, был һайлауҙа ҡатнашыу хәҙерге Рәсәй тарихында рекордлы булған: участкаларға 87,1 миллиондан ашыу рәсәйле, йәғни һайлаусыларҙың 77,44 проценты килгән. Президент һайлауҙарында ҡатнашыу буйынса элекке рекорд 1991 йылда була, ул саҡта РСФСР Президентын һайлауҙа халыҡтың 74,66 проценты ҡатнашҡан, ә XXI быуатта рекордлы һөҙөмтә 2008 йылда теркәлгән – 69,81 процент.

Владимир Путин: “Рәсәй граждандары ғына Ватан яҙмышын билдәләй”, – тип белдергәйне. Ысынлап та, был һайлау – халыҡ һайлауы булды. Был – илебеҙҙең еңеүе. Бер кем дә һәм бер нәмә лә быға ҡамасаулай алманы.

Фото: kremlin.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: