Өфөнөң Совет район суды бөгөн, 4 сентябрҙә, Башҡортостандың халыҡ артисы, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының директоры Вилдан Яруллинға һаҡлыҡ сараһын һаҡ аҫтынан өйҙәге аресҡа күсерҙе. Һаҡлыҡ сараһы 6 ноябргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ, тип хәбәр итә “РБК Өфө” баҫмаһы сығанағы.
Тағы бер эш фигуранты – эшҡыуар, “БР мәҙәни программалар дирекцияһы” директоры Гөлнара Юринаны суд бөгөн һаҡ аҫтына алыуҙы ике айға, 6 ноябргә тиклем оҙайтты.
Вилдан Яруллин май аҙағында ҡулға алына. Тәфтиш версияһы буйынса, 2022 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем ул хаконһыҙ рәүештә концерт залы хеҙмәткәрҙәренә юғары премиялар тәғәйенләй, ә һуңынан аҡсаның бер өлөшөн йыя. Шулай итеп, ул бөтәһе 200 мең һумдан кәм булмаған аҡса ала. 2023 йылдың октябрендә, тәфтишселәр фекеренсә, Яруллин аффилирланған эшҡыуар Гөлнара Юрина менән йыр конкурсы өсөн майҙансыҡ әҙерләүгә 33,5 миллион һумлыҡ килешеү төҙөй. Бюджетҡа зыян 9,8 миллион һумға баһалана.
Гөлнара Юринаны август уртаһында ҡулға алалар. Уны Вилдан Яруллинға ҡаршы енәйәт эше сиктәрендә “Үҙләштереү йәки растрата” статьяһы буйынса ғәйепләйҙәр.