Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Ғинуар , 18:00

Башҡорттар ғүмер буйы ил һағында торған

Башҡорт халҡы – иленә тоғро халыҡ, балаларын да илһөйәр итеп тәрбиәләгән. Беҙ был тарихты һаҡларға һәм киләсәк быуынды патриотик нигеҙҙә үҫтерергә тейешбеҙ.

Башҡорттар ғүмер буйы ил һағында торған
Башҡорттар ғүмер буйы ил һағында торған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң үҙ тәьҫораттары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш ЙОСОПОВ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Бөгөн бик ҙур ваҡиға булды – Радий Фәрит улының Мөрәжәғәтнамәһе үтте. Беҙҙең өсөн бик төплө һорауҙар күтәрелде. Әлбиттә, иң ҙур иғтибар махсус хәрби операцияға бирелде. Ғөмүмән, бөтә Мөрәжәғәтнамә беҙҙең уртаҡ еңеүгә һәм уны яҡынайтыу өсөн бергәләп барыһын да эшләүгә арналды. Һис шикһеҙ, махсус хәрби операция ваҡытында бар иғтибарҙы үҙебеҙҙең тарихҡа, традицияларға йүнәлтергә тейешбеҙ. Беҙҙең ҡаныбыҙҙа, генетикабыҙҙа илде, Ватаныбыҙҙы һаҡлау принциптары һалынған. Был ҡарашты быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ булдырған, улар һәр ваҡыт илебеҙ һағында булған. Башҡорт халҡы – иленә тоғро халыҡ, балаларын да илһөйәр итеп тәрбиәләгән. Беҙ был тарихты һаҡларға һәм киләсәк быуынды патриотик нигеҙҙә үҫтерергә тейешбеҙ. Илде һаҡлау йолаһы – ул халыҡтар дуҫлығы нигеҙе. Гражданлыҡ берҙәмлеген, патриотик тәрбиәләүҙе, ғөмүмән, демографияны үҫтереү мөһим. Был ғаилә ҡиммәттәре менән дә бәйле. Ошо йылда беҙҙең Башҡортостандағы идара итеү органдары координация кимәлен күтәрер һәм билдәләнгән йүнәлештәрҙә айырым матур эштәр башҡарылыр тип ышанабыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас